Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары гастролдәргә йыйына

Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары гастролдәргә йыйына

Оҙайлы йәйге ялдарҙан һуң Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының ижади коллективтары йәнә гастролдәргә сыға. Тәүгеләрҙән булып йырлы сәфәрҙе уҙған миҙгелдең юбилярҙары - «Карауан» һәм «Далан» төркөмдәре аса.

    «Карауан» егеттәре 79-сы ижад миҙгеленең гастролдәрен Туймазы, Йәрмәкәй һәм Бәләбәй райондарында башлай. Уларҙың дәртле, үҙенсәлекле юбилей программаһы 19 сентябрь Туймазы ҡалаһының «Родина» мәҙәниәт һарайында, 20-һе Ҡандра ҡасабаһында үтәсәк. 22 сентябрь егеттәр Туймазы районы Үрге Бишенде ауылы тамашасылары менән осрашасаҡ. Артабан «Карауан»дарҙың карауаны  Йәрмәкәй тарафтарына юллана.  Төркөм солистары: Марсель Ҡотоев, Рөстәм Шаһыбалов, Тимур Рамаҙанов, Эльмир Әбүбәкиров һәм уларҙың ижадташ дуҫтары:  Ильнур Һибәтуллин (ҡурай), Регина Баракованың (бейеү) сығыштарын Йәрмәкәй районы мәҙәниәт һарайында 24 сентябрь күрергә мөмкин. Сентябрь айы гастролдәрен «Карауан» төркөмө 25-ндә Бәләбәй ҡалаһында тамамлай. 

     Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге «Далан» төркөмөнә килгәндә, улар гастролдәр миҙгелен республикабыҙҙың төнъяҡ-көнбайыш райондарында башлай. 19 сентябрь «Далан» үҙенең юбилей программаһын Саҡмағош ауылы халҡына тәҡдим итә. Ә 23 сентябрь тамаша Дүртөйлө ҡала мәҙәниәт һарайында үтәсәк. Программала Артур Туҡтағолов, Миңзифа Исҡужина, Искәндәр Ғәзизов, Филүс Ҡалмурзин, Анастасия Скарженюк һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша.

Йыр-моң һөйөүсе дуҫтарыбыҙ, концерттарға рәхим итегеҙ! 

   

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb