Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Ете тылсымлы теләк» исемле спектакленең премьераһы үтәсәк

Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театрында «Ете тылсымлы теләк»  исемле спектакленең премьераһы үтәсәк

Иртәгә,16 сентябрҙә Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры 86-сы ижад миҙгелен асасаҡ. Театр йәнә кескәйҙәрҙе яңы, ҡыҙыҡлы «Ете тылсымлы теләк» исемле  спектакль-квесты менән һөйөндөрөргә йыйына.

Спектакль Башҡортостан халыҡтарының телдәрен һаҡлау, өйрәнеү һәм үҫтереү буйынса саралар барышында яҙылған. Тамашаны сәхнәгә ҡуйыусылар билдәле рәссам Әнисә Томаншина һәм режиссер Альберт Имаметдинов.

Миҙгелде асыу тантанаһы театр фойеһында ҡыҙыҡлы байрам программаһы менән башланып китәсәк, ойоштороусылар. Бәләкәй тамашасылар билдәле әкиәт геройҙары менән осрашасаҡ, иҫтәлеккә фотоға ла төшөү мөмкинселеге буласаҡ.

Һәр ваҡыттағыса 86-сы ижад миҙгелендә лә театр күп кенә яңы ҡуйылыштар вәғәҙәләй. Күсмә майҙансыҡтарҙа ла спектаклдәр менән сығыш яһарға ниәтләйҙәр. Театр йәнә өлкәндәр өсөн тағы бер спектакль өҫтөндә эш алып бара.  

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb