Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәис Вәғизов 75 йәшлек юбилейын билдәләй

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәис Вәғизов 75 йәшлек юбилейын билдәләй

Бөгөн, 26 сентябрь көнө, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә19.00 сәғәттә танылған һәм билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы - Рәис Вәғизов ижадташ дуҫтары менән сығыш яһаясаҡ.

80-се-90-сы йылдарҙа популярлыҡ яулаған, үҙенсәлекле тауышы менән тамашасы күңелен әсир иткән, «Яратам», «Юлдар саҡыра», «Өсөнсө көн тоташ ҡар яуа», «Һиңә барам», «Үҙ яғыма ҡайтһам» йырҙары менән «күңел дәфтәре»ндә уйылып ҡалған  башҡарыусы - Рәис Вәғизовҡа 75 йәш тула.

 Байрам кисәһендә эстрадабыҙҙың йондоҙҙары Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Азат Айытҡолов, Роза Аккучукова, Рим Хәсәнов, Рөстәм Маликов, Әфәрим Аҡсурин етәкселегендәге коллектив, Вәлит Илембәтов етәкселегендәге «Ҡыҙыҡ-Мәҙәктәр» көлкө театры, Алмаз һәм Айҙар Юнысовтар, Вадим Ғәлимов, Рим Гәрәев һәм башҡа сәхнә йондоҙҙары ҡатнаша.

 Йыр-моң, уйын-көлкөгә битараф булмағандарҙы көтөп ҡалабыҙ!

«Һайлаған һөнәрем һәм шәхси тормошомдан ҡәнәғәтмен. Тиҫтәләрсә йырым халыҡҡа таралды. Барған ерҙә көтөп алдылар. Артист кеше өсөн тамашасы һөйөүенән дә ҙурыраҡ баһа юҡтыр ул. Тауыш өҫтөндә күп эшләмәһәм дә, Аллаға шөкөр, тәбиғәт биргән моң һәләтем һаҡланды», - тип ҡыуана 75 йәшлек юбилейын ҡаршылаған Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Рәис Вәғизов.

Тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн түбәндәге сайт буйынса үтегеҙ: http://bashgf.ru/afisha.html

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb