Бөгөн Төрки телле театрҙарҙың алтынсы халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә Г. Камал исемендәге Татар театры "Дон Жуан" спектаклен тәҡдим итә

Бөгөн Төрки телле театрҙарҙың алтынсы халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә  Г. Камал исемендәге Татар театры "Дон Жуан" спектаклен тәҡдим итә

Бөгөн,13 сентябрь көнө Төрки телле театрҙарҙың алтынсы халыҡ-ара “Туғанлыҡ” фестивале сиктәрендә М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә  Г. Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры "Дон Жуан" спектаклен тәҡдим итәсәк.

Алдан хәбәр итеүебеҙсә,  13-19 сентябрь көндәрендә  Г.Камал исемендәге Татар дәүләт Академия театры гастролдәре башлана. М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт Академия драма театры һәм Рус драма театры сәхнәләрендә Камал театры һуңғы йылдарҙа ҡуйылған 10 премьераһын күрһәтәсәк.

 Өфөләге гастролдәр режиссер Фәрит Бикчәнтәевтың "Дон Жуан" спектакле менән башлана. Традиция буйынса, гастролдәр татар театрының "визит карточкаһы" булған Кәрим Тинчуриндың "Зәңгәр шәл" спектаклен дә үҙ эсенә ала. Спектакль 14 сентябрҙә 19.00 сәғәттә Рус театры сәхнәһендә уҙа. Гастролдәр афишаһы:

15 сентябрь, 19.00, К.Тинчурин «Елкәнһеҙҙәр”.

16 сентябрь, 18.00, З.Хәким “Бармы ришүәттән дауа?..”.

17 сентябрь, 18.00, М.Фәйзи “Ғәлиәбаныу”.

17 сентябрь, 18.00, Б.Абдураззоков “Иҫәнме, улым!”

18 сентябрь, 11.00 һәм 14.00, И.Зәйниев “Кәзә, һарыҡ һ.б.”.

18 сентябрь, 19.00, И.Зәйниев “Көтәм һине”.

19 сентябрь, 11.00 һәм 14.00 Х.Туфан, Т.Миңнуллин “Ағыла ла болот ағыла...”

19 сентябрь, 19.00, И.Юзеев “Аҡ ҡалфағым төшөрҙөм ҡулдан”

Барлыҡ спектаклдәр ҙә рус теленә синхрон тәржемә менән  тәьмин ителгән.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb