“Китап” нәшриәте ижади осрашыуға саҡыра

“Китап” нәшриәте ижади осрашыуға саҡыра

Иртәгә, 14 сентябрь көнө- Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан “Китап” нәшриәте "Автограф көнө" үтәсәк.

Сарала күренекле шағирә, яҙыусы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар һәм Журналистар союздары ағзаһы Гөлшат Әхмәтҡужинаның “Бетеү”, башҡорт әҙәбиәте белгесе, яҙыусы, филология фәндәре докторы , Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының Яҙыусылар союзы ағзаһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры Мирас Иҙелбаевтың “Һайланма әҫәрҙәр” китаптарының исем туйы үткәрелә.

Китап уҡыусыларҙы, әҙәбиәт һөйөүселәрҙе, ғөмүмән, ижад донъяһы менән ҡыҙыҡһыныусыларҙы “Китап” нәшриәте көтөп ҡала.

Сара көндөҙгө 11-ҙә башлана. Адресы: Өфө ҡалаһы, Октябрь проспекты, 2.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb