Мостай Кәрим Ҡырғыҙстанда ҙурлана

Мостай Кәрим Ҡырғыҙстанда ҙурлана

“Юлдаш” радиоһы хәбәр итеүенсә, Ҡырғыҙстан дәүләт университетында Мостай Кәрим исемендәге кафедра буласаҡ. Кафедрала ислам ғилеме буйынса ла уҡытыу ойошторола. Был башланғысты - башҡорт классигының исемен биреүҙе - ҡаҙаҡ дуҫтарға Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педогогия университеты тәҡдим иткән. Ә педагогтар әҙерләүсе университет Ҡырғыҙстан юғары уҡыу йорттары менән тығыҙ бәйләнештә, үҙ-ара хеҙмәтәшлек килешеүе лә бар. Уға ярашлы, беҙҙең университет элекке совет республикаһына рус теле буйынса белгестәр әҙерләүҙә ярҙам күрһәтә. Билдәле булыуынса, Башҡорт дәүләт педогогия университеты төбәктә рус телен өйрәнеү буйынса терәк уҡыу йорто һанала.
Әйткәндәй, ҡырғыҙ халҡының бөйөк улы, яҙыусы Сыңғыҙ Айытматов Мостай Кәримдең яҡын дуҫы булды.


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru