М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры ижад миҙгелен аса

М.Ғафури исемендәге Башҡорт драма театры ижад миҙгелен аса

Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры хәбәр итеүенсә, театр 98-се ижад миҙгелен 28 сентябрҙә "Нәркәс" (И.Йомағолов, реж. И.Ғиләжев) спектакле менән аса. Йола буйынса ҙур сәхнәләге тамашаға тиклем, театр алды майҙанында концерт программаһы әҙерләнгән. Быйыл беҙҙең байрамға Республиканың Халыҡтар дуҫлығы йорто ла ҡушылды. 17.00 сәғәттә театр алдындағы майҙанда милли-мәҙәни йәмәғәт ойошмалары, мәҙәниәт һәм сәнғәт әһелдәре, художестволы үҙешмәкәр коллективтар һәм уҡыу йорттарындағы студенттар ҡантнашлығында  "Азия ритмдары һәм көйҙәре" Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестиваленең гала-концерты уҙасаҡ.

Ике әһәмиәтле ваҡиғаның бергә тура килеүе юҡҡа түгел. Яңыраҡ ҡына Республикабыҙҙа Төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара "Туғанлыҡ" фестивале үткәрелде, Башҡорт театры сәхнәһе төрлө төбәктәрҙән барлыҡ халыҡтарҙы берләштерҙе.

Ә инде 19.00 сәғәттә театрыҙың ҙур залында "Нәркәс" спектакле күрһәтеләсәк.

Белешмә өсөн: "Азия ритмдары һәм көйҙәре" Азия халыҡтарының милли мәҙәниәте фестивале тажик, ҡаҙаҡ, ҡырғыҙ, үзбәк һәм төркмән диаспоралары ҡатнашлығында Башҡортостан Республикаһының мәҙәниәт министрлығы, Башҡортостан Республикаһының Халыҡтар дуҫлығы йорто, "Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы"ның эш планына ярашлы рәүештә үткәрелә.

 

 

          

 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb