“Рух” һүнмәһә, ил үлмәҫ

“Рух” һүнмәһә, ил үлмәҫ

1 декабрҙә Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында легендар “Рух” төркөмө үҙенең 25 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Ошо уңайҙан ойошторолған концертта төркөмдөң төрлө йылдағы билдәле хиттары яңғыраясаҡ. “Рух” – республикала башҡорт рок хәрәкәтенә нигеҙ һалыусыларҙың береһе. 1990 йылдар башында, милли үҙаң күтәрелгән мәлдә, ижадында Көнбайыштың рок-поп мәҙәниәте элементтары менән фольклор мотивтарын берләштергән “Каруанһарай”, “Аманат”, “Дәрүиш”, “Аҡйондоҙ” кеүек үҙенсәлекле төркөмдәр барлыҡҡа килде. Улар араһында “Рух” үҙ стиле, үҙ йырҙары менән айырым урын биләне, оҙаҡ йылдар популярлығын юғалтманы. Төркөм 1991 йылда Хәйбулла районының Аҡъяр ауылында ойошторола. Тәүге төп составта башҡарыусы һәм йырҙар авторы Ғәзинур Биктимеров, автор-музыкант Ирек Атанов, бас-гитарасы Зөфәр Байғусҡаров, йырсы, музыкант, йырҙар авторы Юлай Асҡаров, бейеүсе Нуретдин Иҫәнбаев һәм барабансы Зиннур Ҡунысбаев була. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Ғәзинур менән Нуретдин 1994 йылда юл фажиғәһендә вафат була, Зиннур сәнғәт юлын ташлай. Ә төрлө йылдарҙа, төркөмдөң тәүге составынан тыш, йырсылар Сәриә Асҡарова, Альберт Салауатов, Хәйҙәр Таһиров, баянсы Илшат Ҡоломбәтов, ҡурайсы Ришат Аҡбалин эшләп китә. Төркөмдөң лирик-философик һәм сәйәси йырҙары тиҙ арала башҡорт йәштәре араһында танылыу яулай. Улар башҡарған “Оран”, “Оло Тәләк”, “Өлгөрмәнем”, “Һин хаттар яҙма”, “Һанамағыҙ киткән торналарҙы” йырҙары – бөгөнгө йәштәрҙең дә яратҡан хиты. Бөгөн төркөмдә музыканттар Зөфәр Байғусҡаров, Айтуған Акилов, Филүс Сәлишев, Нургиз Тойғонов, Сергей Захаров, Илгиз Исмәғилев, йырсылар Ирек Атанов, Юлай Асҡаров, Венер Салауатов эшләй. Концертта шулай уҡ йәштәр Радик Далхин, Вилдан Асҡаров, Тимур Күлбаевтарҙың да ҡатнашыуы ихтимал. 90-сы йылдар ауазы киләсәк быуынға оран булыр! “Рух”тарҙың юбилей концертына рәхим итегеҙ, ҡәҙерле дуҫтар!

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb