Рәсүл Сәғитовтың яңы китабы донъя күрҙе

Рәсүл Сәғитовтың яңы китабы донъя күрҙе

“Юлдаш” радиоһы хәбәр итеүенсә, ошо көндәрҙә билдәле журналист, йәмәғәт эшмәкәре Рәсүл Сәғитовтың «Алтындан алдын мәсьәлә» тип аталған китабы донъя күрҙе. Яңы йыйынтыҡта авторҙың ижтимағи-сәйәси, социаль-иҡтисади, мәҙәни, әҙәби, әхләҡи һәм башҡа өлкәләр буйынса һуңғы осорҙағы радио аша сығыштары, матбуғатта баҫылған мәҡәләләре, журналистика һөнәре, тел тураһындағы үҙенсәлекле фекерҙәре, төрлө киң мәғлүмәт сараларына үҙе биргән интервьюлары, замандаштары тураһында әйткәндәре, хикмәтле хикәйәләре, Интернет-көндәлегенән һайланма яҙмалары тупланған.

Журналистикаға арналған бүлек «Йәнемә ғәзиз донъя» тигән дөйөм баш менән бирелгән. Унда журналист булып был шәп һөнәрҙе бөтә йөрәге менән яратҡандар, быны донъя көтөү өсөн ябай аҡса эшләү урыны тип кенә күрмәгәндәр, тәбиғәттән тел тойғололар, ил тойғололар, һүҙҙең бөйөклөгөн баһалағандар, әүеш-тәүеш менән генә шөғөлләнмәгәндәр, ысын мәғәнәһендә ижади йәндәр эшләргә тейешлегенә баҫым яһала, практик кәңәштәр бирелә, ҡыҙыҡлы ваҡиғалар бәйәнләнә.Бүлектәрҙең күпселек өлөшөндә телмәр күркәмлеге данлана, бөгөнгө тормош күренештәренә таянып, уның мәңге баһалап бөткөһөҙ бөйөк хазина икәнлеге өҫтәмә раҫлана. «Күркәм телмәр һәр кемгә кәрәк. Замандашыбыҙҙың бай, иркен, ләкин ипле һөйләшеүе уға ҙур хөрмәт уята, – тиелә. – Һәр һүҙ яуаплы ҡулланылһа, бар хәреф, һәммә тыныш билдәһе үҙенең генә урынында торһа ине. Һүҙҙәр кәм булһын, кәм булһа ла тәм булһын. Улар кешеләр менән бергә генә, улар хәстәрендә генә йәшәй. Һүҙҙәрҙең үҙенсә генә типкән йөрәге, ҡыуана, бошона белгән күңеле барҙай... » Китап «Башакадемкнига» магазинында һатыла.

Рәсүл Сәғитов – Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт, Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре, республика Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы лауреаты, Журналистар, Яҙыусылар союздары, Башҡортостан Йәмәғәт палатаһы ағзаһы. «Юлдаш» радиоһының ижтимағи-сәйәси тапшырыуҙар бүлеге етәксеһе булып эшләй.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb