Рөстәм Хәмитов VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты

Рөстәм Хәмитов VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивалендә ҡатнашыусылар менән осрашты

12 сентябрҙә Өфөлә Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов Рәсәйҙең театр сәнғәте эшмәкәрҙәре, VI «Туғанлыҡ» халыҡ-ара төрки телле театрҙар фестивале ҡунаҡтары һәм ҡатнашыусылары менән осрашты. 

—  Беҙ барыбыҙ ҙа туғандар, бер-беребеҙгә кәрәкбеҙ, — тип билдәләне республика Башлығы. — Мәҙәниәт – нигеҙҙе тәшкил итә, мәҙәниәтһеҙ алға барыу мөмкин түгел.

Рөстәм Хәмитов әйтеүенсә, 2016 йылда республика театрҙары тамашаларын 1 миллион кеше ҡараған. Һәр театрға уртаса 76-78 мең кеше тура килә. 2017 йылда республиканың 12 театрына 1,5 миллиард һум йүнәлтелгән. Артистарҙың эш хаҡы уртаса 37 мең һум тәшкил итә. Республика буйынса уртаса хеҙмәт хаҡы иһә 26,5 мең һум. 

Башҡортостан Башлығы йыйылыусыларҙы «Туғанлыҡ» фестивалендә ҡатнашырға саҡырыуҙы ҡабул итеп килгәндәре өсөн рәхмәтен белдерҙе һәм барыһын 2020 йылда республикала үтәсәк Бөтә донъя фольклориадаһына саҡырҙы.

— Һеҙҙе ике аҙналыҡ ҡыҙыҡлы, сағыу байрам көтә. Донъяның 60-80 иленән ижади коллективтар киләсәк, — тине Рөстәм Хәмитов.

М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия  драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов фекеренсә, республика етәкселеге ярҙамынан тыш, фестивалде ошондай юғары кимәлдә үткәреп булмаҫ ине, сөнки бындай кимәлдәге фестиваль күп көс һәм тейешле сығым талап итә.

— «Туғанлыҡ» фестивале тамамланыуға табан бара. Ошо көндәрҙә һигеҙ спектакль күрһәтелде, өс театрыбыҙ ҡатнашты. Спектаклдәргә 3,5 мең тамашасы килде, тағы 2 мең билет һатылған, — тип хәбәр итте Олег Ханов.

Рөстәм Хәмитов 2019 йылда үтәсәк «Туғанлыҡ» фестиваленең республиканың 100 йыллығына һәм Башҡорт театрының бер быуатлыҡ юбилейына арналыуын ыңғай баһаланы. Республика етәксеһе әйтеүенсә, VII «Туғанлыҡ» фестивален лайыҡлы кимәлдә уҙғарыу өсөн барыһы ла булдырыласаҡ. 

Күпселек мәҙәниәт эшмәкәрҙәре аныҡ тәҡдимдәр менән сығыш яһаны. Рөстәм Хәмитов уларҙың һәр береһен иғтибар менән тыңланы һәм осрашыуҙа күтәрелгән мәсьәләләр буйынса тейешле күрһәтмәләр бирелеүен билдәләне.

Республика Башлығы туған телдәрҙе үҫтереүҙә милли театрҙар роле хаҡында ла үҙ фекерен әйтте.

— Туған телдәрҙе һаҡлау буйынса эшкә милли театрҙар ҙа йәлеп ителергә тейеш. Ситтән күҙәтеүсе булараҡ түгел, бергә эшләргә кәрәк. Ҡыҙыҡлы майҙанысыҡтар булдырыу мөһим. Әлеге ваҡытта туған телдәрҙе үҫтереү буйынса программа эшләнә. Театрҙарҙы ла ҡатнашырға саҡырабыҙ, - тине Рөстәм Хәмитов.

Сығанаҡ: http://www.pravitelstvorb.ru/ba/press

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb