Салауат дәүләт башҡорт драма театрында вербатим жанрында ҡуйылған яңы спектакль

Салауат дәүләт башҡорт драма театрында вербатим жанрында ҡуйылған яңы спектакль

13 сентябрҙә Салауат дәүләт башҡорт драма театрында вербатим жанрында ҡуйылған «Лабиринт» спектакленең премьераһы булып үтте.

Интернет бөтә йәшәйешебеҙҙе ялмай бара. Сама белгәнгә, әлбиттә, ул -төп мәғлүмәт үҙәге, ҡайһы бер осраҡта хатта ярҙамсы ла. Әммә, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, зыяны ла юҡ түгел. Айырыуса үҫмерҙәр компьютерҙы дуҫ та, серҙәш тә, иптәш тә итеп күрә. Театр артистары заман бәләһенән ҡотолоу юлдарын эҙләп, вербатим жанрында эшләнгән «Лабиринт» спектаклен тамашасылар хөкөмөнә сығарҙы. Ҡуйыусы режиссеры - Юлиә Һәүбәнова.

Нимә ул вербатим тиһегеҙме? Вербатим - 90-сы йылдар уртаһында Англияла барлыҡҡа килгән "new writing" ("яңы драма") йүнәлешендә театрлаштырылған тамаша төрө йәки, икенсе төрлө әйткәндә, документаль театр. Латин теленән verbatim "һүҙмә-һүҙ" тип тәржемә ителә, йәғни актерҙар кешеләрҙең тормошонда булған реаль хәл-ваҡиғаларҙы төп сығанаҡҡа мөмкин тиклем оҡшаш итеп күрһәтергә, уларҙың һөйләү рәүешен, ҡыланыштарын, үҙ-үҙҙәрен тотошон үҙгәртмәйенсә, тамашасыға һүҙмә-һүҙ еткерергә тырыша.
Теүәл бер ай элек Башҡортостандың артҡаҙанған артискаһы Нәүфилә Яҡупова һәм йәш артистар Лиана Ниғмәтуллина, Рафаэль Ғәйнуллин, Әмир Үтәбаев ҙур ҡыҙыҡһыныу менән яңы эшкә тотоналар. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә улар Салауат, күрше Ишембай, Стәрлетамаҡ ҡалалары халҡынан «Интернет һеҙҙең тормошоғоҙҙа ниндәй урын биләй?», «Социаль селтәрҙәр: яҡшылыҡмы әллә яуызлыҡмы?», «Виртуаль ысынбарлыҡтың киләсәге ниндәй?» тигәнерәк һорауҙарға яуап ала. Һуңынан спектакль өҫтөндә ентекле эш башлана.
- Һуңғы ике тиҫтә йылда кеше тормошоноң, йәмғиәттең айырылғыһыҙ бер өлөшө булып интернет селтәре килеп инде. Тәүҙә ятһынып, сәйерһенеп тә ҡабул иткән интернет тиҙ арала йәшен дә, ҡартын да тиерлек үҙ ауына сырмап алды. Бөгөн "интернет-бәйлелек" заман сиренә әүерелде. Виртуаль тормошта «йәшәгән» кеше үҙе генә түгел, уның яҡындары ла зыян күрә. Әммә нисек итеп ярҙам итеү юлдарын белмәйҙәр. Был социаль сирҙән айырыуса балаларҙы ҡурсалау - барыбыҙҙың да бурысы. 
Интернет ауынан нисек ҡотолорға «Лабиринт» ярҙам итер. Премьераны ҡарай алмағандар, 20,21,22,23 сентябрҙә килә ала.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb