Сибай концерт-театр берекмәһе яңы ижад миҙгелен “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!” тип исемләнгән концерт программаһы менән башлай

Сибай концерт-театр берекмәһе яңы ижад миҙгелен “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!” тип исемләнгән концерт программаһы менән башлай

Сибай концерт-театр берекмәһе йәйге оҙайлы ялдан һуң эшен яңынан тергеҙҙе. Бер айға тын ҡалған филармония һәм “Сулпан” балалар театры хәҙер көноҙоно шау-гөр килеп тора – ижади коллективтар яңы программалар өҫтөндә эшләй, репетициялар үткәрә, яңы ижад миҙгелен асыу тантанаһына әҙерләнә, республика район-ҡалалары, күрше өлкәләр буйлап гастролдәргә йыйына.
Уҙған ижад миҙгелен уңышлы үткәргән берекмә киләсәктә тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәләргә өлгәшеү теләге менән яна. Ысынлап та, 23-сө миҙгел ойошма өсөн көсөргәнешле лә, шул уҡ ваҡытта шатлыҡлы ла булды. Көсөргәнешле, сөнки коллектив алдына алған уй-ниәттәрен, еткерелгән пландарҙы үтәү өсөн мөмкин булғанын да, булмағанын да эшләргә тырышты.

Даими эҙләнеүҙәр, яңы программалар, спектаклдәр өҫтөндә ентекле эшмәкәрлек алып барыу, коллектив эсендәге ойошҡанлыҡ, етәкселек яғынан күрһәтелгән талапсанлыҡ, рухи һәм матди ярҙам, көндәлек хәстәрлек ижади коллективты берҙәмлеккә һәм дөйөм уңыш өсөн арымай-талмай эшләүгә этәрә. Отчет осоронда, мәҫәлән, берекмә тамашасылар тарафынан яратып ҡабул ителгән дүрт өр-яңы концерт программаһы, өс спектакль әҙерләп күрһәтте. “Башҡортомдоң хазинаһы – йырлы-моңло сибайҙар”, “Йырҙарымда ерем һулышы”, “Исемеңдә һинең яҙмышың...”, “Йәшәү һуты биргән ергенәм...” исемле программа­ларға Урал аръяғы райондарында, республи­кабыҙҙың төньяҡ-көнбайыш һәм төньяҡ-көнсығыш район-ҡалаларында йәшәгән тамашасыларыбыҙ ихлас ҡул сапты.
Гастролдәрҙән һуң берекмә етәкселеге исеменә килгән рәхмәт хаттары, шылтыратыуҙар концерттарыбыҙҙың тамашасылар күңеленә хуш килеүе тураһында һөйләй.

Республикабыҙҙа берҙән-бер булған “Сулпан” балалар театры ла үҙ репертуарын еңел-елпе сәхнә әҫәрҙәренән төҙөүҙән азат. Пьеса һайлағанда режиссерҙар иң элек әҫәрҙең идея-тематик йөкмәткеһенә, уның тәрбиәүи асылына, балалар өсөн аңлайышлы булыуына иғтибар итә. Мәҫәлән, драматург Сергей Ильницкий пьесаһы буйынса быйыл сәхнәгә ҡуйылған “Ваҡиға урынынан репортаж” спектакле кескәйҙәрҙе тәрбиәле булырға, ололар һүҙен тыңлай белергә, еңмешләнмәҫкә, башҡалар һүҙенә ҡолаҡ һалырға өйрәтә, кире хәлдә уларҙы нимә көткәнлеген иҫкәртә. “Шүрәле – йән киҫәгем!”, “Уңмаған көн”, “Ҡаурыйлы тылсым эйәһе” спектаклдәре лә, беренсе сиратта, ана шул яғы менән иғтибарҙы йәлеп итә. Режиссерҙар – Башҡортостандың халыҡ артисы Вәкил Йосопов, Борис Мәхмүтов сәхнәләштергән был спектаклдәр үҙебеҙҙең Урал аръяғында ғына түгел, республикабыҙҙың Миәкә, Әлшәй, Салауат, Мәсетле, Бәләбәй, Ҡыйғы, Туймазы һ.б. райондары, күрше Силәбе һәм Ырымбур өлкәләре балаларының да күңелен яуланы. Әле театр коллективы төньяҡ-көнбайыш райондарына гастролгә әҙерләнә.
Сибай концерт-театр берекмәһе артистары – күрше Силәбе, Ырымбур, Һарытау өлкәләрендә, Пермь крайында йәшәгән милләттәштәребеҙ өсөн күптән көтөп алынған ҡунаҡ. Беҙҙекеләргә Мәскәү, Санкт-Петербург, Екатеринбург кеүек мегапо­листарҙа ла ихлас ҡул сабалар. Йыл да яҙғы-йәйге һабантуйҙар мәлендә Сибай артистары ошо ҡалаларҙа үткән байрамдарҙың сағыу биҙәге була, уларҙы алдағы йылдарға ла саҡырып ҡалалар. Сибай, Баймаҡ ҡалаларында, яҡын-тирәләге райондарҙа үткәрелгән һабантуйҙар, иҫтәлекле даталар, һөнәри байрамдар, ҡала көндәре айҡанлы ойошторолған сараларҙа ла улар һәр саҡ иғтибар үҙәгендә.

“Сибай” халыҡ бейеүҙәре ансамбле (етәксеһе Илдар Хәтмуллин), “Тархан” фольклор-эстрада төркөмө (Ринат Ғайсин) филармониябыҙҙың йөҙөк ҡашы булып ҡалыуын дауам итә. Беҙҙең бейеүселәрҙең сығышын һәр ерҙә көтөп алалар һәм йылы алҡыштар менән оҙатып ҡалалар. Ансамблдең составы ла яңыра – уға йәш көстәр өҫтәлә. “Тархан”дар иһә – күптән инде тамашасы һөйөүен ҡаҙанған коллектив.

Әле яңы ижад миҙгелен асыу айҡанлы әҙерләнгән “Уйнаһын ғына гармуным, тынмаһын ҡурай моңо!” тип исемләнәсәк концерт программа­һы ла тамашасыларға милли асылыбыҙҙы асыр күп үҙенсәлекле сығыштар вәғәҙә итә. Илһам һәм дәрт менән янып йәшәй берекмә артистары һәм үҙ тамашасылары менән яңынан-яңы осрашыу­ҙарға ашҡына...

 Сығанаҡ: http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/27746-uynayn-yna-garmunym-tynmayn-uray-moo.html

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb