Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале дауам итә

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале дауам итә

Өфөлә төрки телле театрҙарҙың VI Халыҡ-ара «Туғанлыҡ» фестивале көндән-көн күләмлерәк, йөкмәткеле була бара. Фестиваль барышында «Башҡортостан» дәүләт концерт залының конференц-залында фәнни-ғәмәли «Театр һәм Төрки телле мәҙәниәттәр диалогы» конференцияһы уҙҙы. Был конференцияға махсус ҡунаҡ та саҡырылған: Голдсмит университеты профессоры Мария Шевцова (Лондон, Бөйөк Британия). Бөйөк Британияның театр тәнҡитсеһе, был конференцияла ҡатнашыусыларға, жюри ағзаларына, театр тәнҡитселәрегә һәм дә фестивалдең ҡунаҡтарына сығыш яһаны. Мария Шевцованың мәҙәниәттәр диалогына арналған лекциялары, европа театрына миҫал булып торҙо. Ул, сит ил режиссерҙарын һәм уларҙың спектаклдәрен миҫалға килтереп, төрлө халыҡтарҙың мәҙәниәте һәм милләте нисек бер дөйөм спектаклгә әүерелеүен һөйләне. «Мәҙәниәттәр диалогы һәр ваҡыт булырға тейеш, сөнки, ул беҙҙең хәҙерге донъяны сағылдыра», – тип, Мария Шевцова һыҙыҡ өҫтөнә алды.

Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры сәхнәһендә, «Туғанлыҡ» фестивале сиктәренең конкурс программаһында Максим Горький исемендәге Әзербайжан дәүләт Йәш тамашасы театры яҙыусы-драматург Тамара Валеева әҫәре буйынса (Әзербайжан, Баҡы) «Cəza» («Яза») спектаклен күрһәтте.  

Өфө «Нур» Татар дәүләт театры сәхнәһендә Ҡ. Кулиев исемендәге Балҡар дәүләт драма театрының сығышы, шағир Ҡайсын Кулиевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналды. Бөйөк шағирҙы иҫкә алыу кисәһендә уның тормош иптәше, «Тормош-күтәрелеү» пьесаһының авторы Элизат Кулиева ҡатнашты.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb