Арҙаҡлы шәхестәр

 

Абдразаҡов Асҡар

Абдразаҡов Асҡар

Абдразаҡов Асҡар Әмир улы — Башҡортостандың халыҡ артисы (1994 йыл), Глинка исемендәге Бөтә Союз конкурсы (IV премия һәм «Өмөт призы»), Ф. Шаляпин исемендәге Халыҡ-ара конкурстың Беренсе премияһы (1993), Преторияла булып үткән Халыҡ-ара Unisa Trensnet конкурсының Беренсе премияһы һәм Алтын миҙалы (1994) лауреаты, Афиналағы Халыҡ-ара Maria Gallas Grand Prix конкурсында Гран-при яулаған йырсы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдә лә киң билдәле.

Абдразаҡов Илдар

Абдразаҡов Илдар

Абдразаҡов Илдар Әмир улы (26 сентябрь 1976) — опера йырсыһы (бас). Башҡортостан Республикаһының (2011) һәм Татарстандың (2013) халыҡ артисы.

Илдар Әмир улы Абдразаҡов 1976 йылдың 26 сентябрендә Өфө ҡалаһында тыуған. Актёр һәм режиссёр, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әмир Абдразаҡовтың (1934—2008) улы.

2000 йылда Өфө дәүләт сәнғәт институтын  тамамлаған (2000; М. Ғ. Мортазина класы). 1994 йылдан алып Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрында, 2000 йылдан — Мариин театры (Санкт-Петербург) солисы.

Абдраҡов Фаил

Абдраҡов Фаил

Фаил Абдраҡов (1950-2010) — һәүәҫкәр композитор, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Уның йырҙарын республика артистары башҡара, улар халыҡ араһында ла бик популяр.

Абушахманов Әхтәм

Абушахманов Әхтәм

 

Ә.Абушахманов РСФСР-ҙың атҡаҙанған (1989), БАССР-ҙың халыҡ артисы (1984), Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1983). БР Театр эшмәкәрҙәре берлеге рәйесе.
Агиш Сагит

Агиш Сагит

Агишев Сәғит Ишмөхәмәт улы (25 декабрь 1904 — 21 май 1973) — башҡорт яҙыусыһы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, Башҡортостандың  Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты (1975), 1934 йылдан СССР Яҙыусылар союзы, 1943 йылдан — КПСС ағзаһы.

Акбашев Кабир

Акбашев Кабир

Кәбир Аҡбашев — яҙыусы, шағир, драматург, тәржемәсе. Аҡбашев Кәбир Мөхәмәтшәрип улы 1932 йылдың 10 мартында Ғафури районы Биҙәүләт (Яңы Заһит) ауылында тыуған. Күрше Сәйетбаба  ауылындағы урта мәктәпте тамамлай. Стәрлетамаҡ педагогия институтында белем ала.

Аксаков Сергей

Аксаков Сергей

Сергей Тимофеевич Аксаков Өфө ҡалаһында тыуған танылған урыҫ яҙыусыһы, дәүләт эшмәкәре, әҙәбиәт һәм театр тәнҡитсеһе.

Аксаков Сергей Тимофеевич улы 1791 йылдың 20 сентябрҙә (1 октябрҙә) Өфөлә тыуған.

Алиев Батырша

Алиев Батырша

Батырша (1710 — 24 июнь, 1762) (урыҫ.  Абдулла Алеев, Батырша Алиев, Абдулла Мязгялдин, Губайдулла Матзялтдин ) — публицист Батырша Алиев (ысын исеме Ғабдулла Ғәлиев) тарихи әҙәбиәттә Абдулла Алиев исеме менән билдәле.

Аралбаев Кадим

Аралбаев Кадим

Ҡәҙим Аралбай -Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт һәм бик күп әҙәби премиялар лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре. 1967 йылдан — КПСС, 1978 йылдан — СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Асанбаев Нажиб

Асанбаев Нажиб

Нәжиб Асанбаев, Николай Васильевич Асанбаев (7 ноябрь 1921 — 28 март 2013) — Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы (2006), РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1982), Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Атнабаев Ангам

Атнабаев Ангам

Әнғәм Ҡасим улы Атнабаев (23 февраль 1928 — 2 сентябрь 1999) — Башҡортостандың  халыҡ шағиры (1997), драматург, РСФСР-ҙың 1988) һәм Башҡорт АССР-ының (1977) атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Башҡортостан комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге премияһы лауреаты, 1960 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Ахмедьянов Ким

Ахмедьянов Ким

Ким Әхмәтйәнов — ғалим, башҡорт әҙәбиәте белгесе, тәнҡитсе. Башҡорт әҙәбиәтенең нигеҙҙәрен тәрән өйрәнеү өлкәһендә юйылмаҫ яҡты эҙ ҡалдырған шәхестәрҙең береһе ул.

Ахметвалиев Расих

Ахметвалиев Расих

Рәсих Әхмәтвәлиев – донъя кимәлендә танылған рәссам, Башҡортостандың Рәссамдар союзы ағзаһы, «Туран» халыҡ-ара бойондороҡһоҙ фондтың I премия лауреаты, «Инйәр» ижади төркөмө, «Сыңғыҙхан» ижади берекмәһе ағзаһы, Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы

Ахметов Хусаин

Ахметов Хусаин

Хөсәйен Әхмәтов (6 ғинуар 1914 — 8 ғинуар 1993) — күренекле башҡорт совет композиторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Бабич Шайхзада

Бабич Шайхзада

Шәйехзада Бабич — күренекле башҡорт шағиры, башҡорт әҙәбиәте классигы. Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре, Башҡорт Хөкүмәте (1917—1919) ағзаһы.

Бабичева Тансулпан

Бабичева Тансулпан

Актриса, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы.

Баимов Роберт

Баимов Роберт

Яҙыусы, әҙәбиәтсе, БР Фәндәр академияһының почетлы академигы, профессор, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, БАССР-ҙың һәм РФ-ның атҡаҙанған фән эшмәкәре.

Биишева Зайнаб

Биишева Зайнаб

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты. Прозаик, шағирә, драматург, тәржемәсе.

Бикбаев Равиль

Бикбаев Равиль

 

Башҡортостандың халыҡ шағиры, С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты. Филология фәндәре докторы, профессор, БР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре, РБ Фәндәр академияһының член-корреспонденты, Өфө ҡалаһының почетлы гражданины, БР гимны авторҙарының береһе.

Бикбай Баязит

Бикбай Баязит

Күренекле яҙыусы, драматург, прозаик, публицист, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Бикбулатова Зайтуна

Бикбулатова Зайтуна

Билдәле башҡорт актрисаһы, СССР-ҙың халыҡ актрисаһы, РСФСР-ҙың К.С.Станиславский, БАССР-ҙың С.Юлаев исемендәге Дәүләт премиялары лауреаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән бүләкләнгән.

Биҡҡол Шәриф

Биҡҡол Шәриф

Күренекле башҡорт шағиры

Бикташева Талига

Бикташева Талига

Билдәле башҡорт актрисаһы, БАССР-ҙың халыҡ актрисаһы. Ҡыҙыл Хеҙмәт байрағы ордены менән бүләкләнгән.

Буляков Динис

Буляков Динис

 

Күренекле башҡорт яҙыусыһы һәм йәмәғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.
Бүләков Флорид

Бүләков Флорид

Флорид Миңнулла улы Бүләков — башҡорт драматургы, Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы, Рәсәй Федерацияһының әҙәбиәт һәм сәнғәт өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре.

Бурзянцев Александр

Бурзянцев Александр

БАССР-ҙың халыҡ, РСФСР атҡаҙанған рәссамы. Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты.

Вәлиди Әхмәт-Зәки

Вәлиди Әхмәт-Зәки

Әхмәтзәки Вәлиди Туған, Әхмәтзәки Әхмәтшаһ улы Вәлидов  — күренекле сәйәсмән һәм дәүләт эшмәкәре, Башҡорт милли-азатлыҡ хəрəкəте етəксеһе, автономиялы Башҡортостанға нигеҙ һалыусы. Шәрҡиәтсе һәм төркиәт белгесе, Фәлсәфә докторы (1935), профессор, Манчестер университетының мөхбир докторы (1967).

Ғәбитов Риф

Ғәбитов Риф

Ғәбитов Риф Фәтих улы — бейеүсе, Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбленың художество етәксеһе (2000—2004). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Бүлек яңылыҡтары


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru