Арҙаҡлы шәхестәр

 

Ғәзиев Иҙрис

Ғәзиев Иҙрис

Иҙрис Ғәзиев— йырсы, Башҡортостан Республикаһының һәм Татарстан Республикаһының халыҡ артисы, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы. Сәнғәт фәне кандидаты, вокал сәнғәте кафедраһы профессоры.

Ғәйнетдинов Юлай

Ғәйнетдинов Юлай

Юлай Ғәйнетдинов — ҡурайсы, фольклорсы һәм телерадиожурналист. Рәсәй Федерацияһының  һәм БАССР-ҙың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.

Гали Муса

Гали Муса

Муса Ғәли — башҡорт яҙыусыһы, республиканың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Ғәлимов Айҙар

Ғәлимов Айҙар

Ғәлимов Айҙар — башҡорт һәм татар эстрадаһының популяр йырсыһы, Башҡортоста Республикаһының, Татарстан Республикаһының  халыҡ артисы.

Гареев Радик

Гареев Радик

Йырсы, Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы.

Гарипов Рами

Гарипов Рами

Рәми Йәғәфәр улы Ғарипов — күренекле башҡорт шағиры, тәржемәсе һәм журналист, Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Гаскаров Файзи

Гаскаров Файзи

Фәйзи Әҙеһәм улы Ғәскәров — беренсе башҡорт профессиональ бейеүсеһе, хореографы һәм балетмейстеры. БАССР-ҙың  һәм РСФСР-ҙың  атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Гафури Мажит

Гафури Мажит

Мәжит Ғафури — шағир, башҡорт һәм татар совет әҙәбиәтенең классигы, БАССР-ҙың халыҡ шағиры.

Гиляжев Хаким

Гиляжев Хаким

Хәким Ғиләжев— башҡорт яҙыусыһы, журналист һәм йәмәғәт эшмәкәре. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1983), Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы.

Гумер Гариф

Гумер Гариф

Ғариф Мортаза улы Ғүмәров — яҙыусы, тәржемәсе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре.

Давлетшин Губай

Давлетшин Губай

Ғөбәй (Ғөбәйҙулла) Әхмәткирәй улы Дәүләтшин — дәүләт эшмәкәре һәм яҙыусы. 30-сы йылдарҙа, ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә Башҡортостандың халыҡ мәғарифын ойоштороуға, мәктәптәрҙә уҡытыу-тәрбиә эшен яҡшыртыуға ҙур өлөш индерә.

Давлетшин Фаррах

Давлетшин Фаррах

Фәррәх Дәүләтша улы Дәүләтшин — Башҡортостандың  халыҡ сәсәне (1944), «Почёт Билдәһе ордены кавалеры, СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы.

Давлетшина  Хадия

Давлетшина Хадия

 

Яҙыусы, арҙаҡлы ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙҙың береһе, Милли прозала ул юйылмаҫ сағыу эҙ ҡалдыра алды. «Ырғыҙ» романы өсөн С.Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды.
Даутов Нур

Даутов Нур

 

Композитор республикабыҙҙың төп коллективтары – Башҡортостандың Милли симфоник оркестры, Дәүләт академия хор капеллаһы, Башҡорт дәүләт филармонияһы, Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры, Башҡорт дәүләт ҡурсаҡ театры, ҡайһы бер вокалсылар менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. Дауытовтың ижадында радио һәм телевидениела эш ҙур урын биләй.
Домашников Борис

Домашников Борис

 

Борис Домашников СССР-ҙың халыҡ рәссамы, уға шулай уҡ «Өфөнөң почетлы гражданины» исеме бирелгән. «Һүрәт төшөрөү сәнғәте, Башҡортостандың һынлы сәнғәтен үҫтереүгә индергән ҙур өлөшө, тыуған илгә ҡарата һөйөү тойғоһо тәрбиәләүе һәм әүҙем күргәҙмә эштәре өсөн», — тип әйтелә почетлы билдәне тапшырыу тантанаһында.
Загретдинов Роберт

Загретдинов Роберт

Роберт Абдрахман улы Заһретдинов — СССР һәм Рәсәйҙең бар донъяла танылыу алған атаҡлы ҡумыҙсыһы, педагог-музыкант, Башҡорт АССР-ының  һәм РСФСР-ҙың  атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Зарипов Хәкимйән

Зарипов Хәкимйән

Хәкимйән Зарипов— башҡорт яҙыусыһы һәм драматургы, юрист, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премия лауреаты.

Зыязетдинова Гөлшат

Зыязетдинова Гөлшат

Актриса, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы

Ибраһимов Ғәлимйән

Ибраһимов Ғәлимйән

 

Яҙыусы, тәнҡитсе, публицист,  педагог, методист, әҙәбиәтсе, телсе, философ, тарихсы, күп журналдарҙың баш мөхәррире, революционер. «Яҙыусының бөйөклөгө уның ябай, кешелекле булыуы менән дә бәйле. Ғәлимйән Ибраһимовта шул сифаттар бар ине, уның менән бер һөйләшеп ултырыу — үҙе бер ғүмер...» (С. Агиш)

Ирсаева Нурия

Ирсаева Нурия

Ирсаева Нурия — башҡорт совет һәм Рәсәй театр актёры, Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған, Башҡорт АССР-ының, Татарстандың) һәм РСФСР-ҙың  халыҡ артисы.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb