Ахметов Хусаин

Ахметов Хусаин

Хөсәйен Әхмәтов (6 ғинуар 1914 — 8 ғинуар 1993) — күренекле башҡорт совет композиторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ һәм ике «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры, РСФСР-ҙың халыҡ артисы, РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев исемендәге премия лауреаты.

Әхмәтов Хөсәйен Фәйзулла улы 1914 йылда хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районында Сыңғыҙ ауылында тыуған.

Әҫәрҙәре: «Башҡорт композиторҙарының хор әҫәрҙәре», «Башҡорт оҙон йырҙары», Тәүге башҡорт классик романсы («Төнгө Урал»), Башҡорт балладалары һәм поэмалары, Симфоник сюиталары, Лирик сюиталар, «Замандаштар» операһы (Баязит Бикбай либреттоһы), йөҙҙән ашыу йыр һәм романстар

Сибай ҡалаһында Х. Әхмәтов музейы эшләй.. 2009 йылда Башҡорт дәүләт филармонияһына Хөсәйен Әхмәтов исеме бирелә.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb