Баимов Роберт

Баимов Роберт

Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов - филология фәндәре докторы,1937 йылдың 10 ғинуарында Ҡырмыҫҡалы районы Үтәгән ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған. 1954 йылда Бишуңғар урта мәктәбен тамамлағандан һун, ул Иҫке Ҡыйышҡы һәм Биштәкә ауылдарында балалар уҡыта, унан әрме хеҙмәтенә алына. 1959—1964 йылдарҙа Башҡорт дәүләт университетының филология факультеты башҡорт-рус бүлегендә уҡый. Университетты «ҡыҙыл» дипломға тамамлай һәм Мәскәү дәүләт университетына аспирантураға ебәрелә. 1968 йылда ул ошонда фән кандидатына диссертация юшағандан һуң. Башҡорт дәүләт университетында эшләй. 1983 йылда Роберт Байымов шул уҡ Мәскәү университетында докторлыҡ диссертацияһын уңышлы яҡлай. Һуңғы йылдарҙа ул Башҡорт дәүләт университетында башҡорт әҙәбиәте кафедраһы мөдире булып эшләй, профессор. Әҙәбиәт менән Роберт Байымов студент йылдарында ук шөғөлләнә башлай. Очерктары, мәҡәләләре ваҡытлы матбуғатта күпләп баҫыла. 70-се йылдарҙа унын ижады йәнә яңы йүнәлеш алды — күп һанлы хикәйәләре, «һуңлап килгән моң», «Һалдат булып ҡайтырбыҙ» исемле повестары донъя күрә. Роберт Байымов «Өлгөргәнлеккә аҙым», «Ижади биҙәктәр», «Эҙләнеүҙәргә сик юҡ», «Жанр яҙмышы», «Башҡорт тарихи-революцион романы», «Сарсау», «Бикле хазина» кеүек Өфөлә һәм Мәскәүҙә нәшер ителгән тиҫтәгә яҡын китап авторы. Ул балалар өсөн дә мауыҡтыргыс әҫәрҙәр яҙа. Роберт Нурмөхәмәт улы Байымов «Башҡортостандың атҡаҙанған фән эшмәкәре» тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ була. 
1997 йылда баҫылып сыҡҡан «Сыбар шоңҡар» китабы өсөн С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була. Ижади һәм фәнни-педагогик эшмәкәрлеге, кадрҙар әҙерләү эшендә әүҙемлеге өсөн Роберт Байымов «СССР-ҙың юғары белем биреү мәғарифы отличнигы», «БАССР-ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре», «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған фән эшмәкәре" тигән юғары наградаларға лайыҡ була. 

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb