«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы Башҡортостан Республикаһы Президенты Р.З. Хәмитовтың Бойороғона ярашлы 2011 йылдың 18 июлендә ойошторолдо. Портал эшмәкәрлеген БР Мәҙәниәт министрлығы һәм «Башҡортостан» Дәүләт концерт залы ярҙамында бойомға ашыра. Интернет-порталдың Рәсәй һәм донъя кимәлендә Башҡортостан мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында йәмғиәт фекерен булдырыу һәм үҫтереүҙә роле ҙур. Порталда баҫылған мәҡәләләр менән Рәсәйҙән тыш, Америка Ҡушма Штаттары, Бөйөк Британия, Германия, Канада, Норвегия, Төркиә, Франция кеүек сит илдәрҙә йәшәгән ҡулланыусылар ҙа даими рәүештә танышып бара.

Портал Бөйөк Британияның “Art Project FORMAT A1” компанияһы, Праганың Рәсәй фән һәм мәҙәниәт үҙәге, Европала урынлашҡан «Свобода - Азатлыҡ» радиоһы, РФ-ның «Культура РФ» мәҙәни мираҫ порталы, РФ Фин-уғыр халыҡтарының мәҙәни үҙәге, Ҡаҙағстан, Төркиә һәм башҡа егермегә яҡын илдәрҙең ижади үҙәктәре менән тығыш бәйләнеш булдырған. Шулай уҡ Портал Башҡортостан Республикаһының Екатеринбург, Мәскәү, Силәбе ҡалаларындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектәре менән дә актив хеҙмәттәшлек итә.

2014 йылда Портал БР Президенты Р.З. Хәмитовтың Мәҙәниәт өлкәһендә бирелгән Грантына лайыҡ булды. Уның ярҙамы менән сайттың дизайны яңыртылды, заманса видео һәм фото аппаратура һатып алынды.

Интернет-порталдың дәүләт телдәре булған рус һәм башҡорт телдәренән тыш, инглиз телендә эшләп килгән версияһы булыуы уның популярлығын бермә-бер арттыра.

Порталдың республиканың төп концерт майҙансығы булған һәм төбәк, Рәсәй, халыҡ-ара кимәлдәге иң әһәмиәтле саралар үткән «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында урынлашыуы ла уның сәнғәт донъяһында ҡайнап йәшәүенә булышлыҡ итә.

 

Found a typo? Please select it and press Ctrl + Enter.


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru