“Беҙҙе Сибай путч менән ҡаршы алды”,ти Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Шәкүр улы ҒӘЙНУЛЛИН

Сәхнәлә бер күреү менән күңелгә уйылып ҡалған артистар була. Тәүге тапҡыр Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры Юнир Ғәйнуллинды Айрат ролендә (Наил Ғәйетбаевтың “Юлдар ярҙа өҙөлә” драмаһында) күрҙем. Нахаҡҡа төрмәлә ултырып сыҡҡан, туғандарының хыянатын кисергән йәш егет образын унан да оҫтараҡ итеп кем уйнай алыр ине икән? 15 йылдан ашыу ваҡыт үтһә лә, Юнир-Айраттың ғәҙеллек эҙләп баҡҡан ҡарашы һәм атай йорто өсөн өҙгөләнеүҙәре һаман да онотолмай. Осрашыу насип булғас та, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Юнир Шәкүр улы ҒӘЙНУЛЛИН менән ижад һәм ғүмер миҙгелдәре тураһында әңгәмә ҡорҙоҡ. – Юнир ағай, һеҙ үҫкән ғаилә театр ярата инеме?
– Ете балалы ябай ғаиләлә тыуып үҫһәм дә, өйҙән йыр-моң өҙөлмәне. Мин Ғафури районының Үзбәк ауылынан. Атайым 47 йыл буйы тракторҙа эшләне, ә әсәйем алдынғы сөгөлдөрсө булды, колхозда төрлө эштә йөрөнө. Уның бейеүсе тигән даны бар, ә атайым матур йырлай торғайны. Театр тураһында хыялланмаһам да, гел сәхнәлә булдым. Тәүге уҡытыусым “Шалҡан” әкиәтендә Бабай ролен уйнарға өйрәтте. 6-сы класта уҡығанда “Айгөл иле” драмаһында Карло Пиккио ролен башҡарҙым. Ә өлкән кластарҙа мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләүсе талантлы композитор Рәмил Ғимрани үҙенең тәүге ижад емешенең бер нисәүһен өйрәтеп, үҙе менән сығыш яһарға саҡырҙы.
Ауылда бик оҫта гармунсы була торғайны, уның уйнағанын тыңлар өсөн әсәйемдәргә эйәреп ҡунаҡҡа барам. 4-се класты тамамлаған йылда әсәйемдән гармун һораным. Бер йылдан, тыуған көнөмә бүләк итеп алып биргәс, өйрәнер өсөн Әсҡәт Ғимранов тигән ағайға йөрөй башланым. Гармун төймәләренә һандар яҙып, көй сығарыу өсөн ниндәй төймә артынан ниндәйенә баҫырға кәрәклеген схема буйынса уйнап өйрәндем. Тәүге тапҡыр “Йәш ғүмер” йырын килтереп сығара алдым. Киске эш бөткәс, ҡапҡа төбөнә сығып, тызҡылдатып ултыра торғас, ярайһы ғына уйнарға тотондом. Шул мәлдән алып гармун тоғро дуҫыма әйләнде. Мәктәптәге концерттар, ҡунаҡтар, һабантуй байрамдары минһеҙ үтмәгәндер ул. Гармун уйнатыр өсөн киске уйынға йәштәр өйҙән килеп алды. Йыр, гармун моңо, уйын-көлкө мөхите уратып алғайны. Шуғалыр ҙа күңел профессиональ сәхнәгә тартылды. – Тик сағыштырмаса һуң уҡырға килгәнһегеҙ...
– Әрме хеҙмәте өсөн медкомиссия үткән саҡта, табиптар йөрәктә ауырыу тапты. Шуғамы, әллә ул саҡта хеҙмәт итмәгән егеттәргә кире ҡараш булдымы: мәктәпте тамамлағас, бер ергә лә эшкә урынлашып булманы. Доку­менттарымды Стәрлетамаҡ ҡала­һының 21-се һөнәрселек училищеһына тапшырып, аяҡ кейемдәре тегергә өйрәндем. Бармағымды ҡыҫтырып, ҙур ғына йәрәхәт алғас, уҡыуҙы ташлап, ауылға ҡайтып киттем. Башҡаса гармунда уйнай алмаҫмын, тип ҡурҡтым. Ә был минең өсөн донъя бөтөүгә тиң һәләкәт булыр ине, моғайын. Тыуған ауылымдың мәҙәниәт йортона эшкә индем. Концерттар, спектаклдәр ҡуйҙыҡ, смотр-конкурстарҙың иҫәбе-һаны булманы. Киске уйындар күңелле үтә ине. Республика “Тальян гармун” фестивалендә 40-тан ашыу гармунсы бергә сығыш яһаныҡ. Ошо уҡ байрамға Йәүҙәт Бикбирҙин килеп, ауылда 12 парҙан торған ансамбль төҙөп, байтаҡ бейеү ҡуйып китте. Ҡыҫҡаһы, ул йылдарҙа өйгә ҡайтып инә белмәнем.
1987 йылда “Ленинсы”, хәҙерге “Йәшлек” гәзитендә Өфө дәүләт сәнғәт институтының актерҙар бүлегенә өҫтәмә конкурс үткәрелеүе тураһында иғлан күреп ҡалдым. Ни яҙһа – шул булыр тип, имтихандарға киттем. Һәм 24 йәшемдә студенттар рәтенә аяҡ баҫтым. Әйткәндәй, ғаиләбеҙҙән ике театр артисы сыҡты: һеңлем Айгөл Зөбәйҙуллина Стәрлетамаҡ башҡорт дәүләт драма театрында эшләй. Башҡа туғандарым төрлө һөнәр эйәһе, әммә сәнғәтте, театр­ҙы яраталар. – “Бала-саға” менән уҡыуы ауыр булманымы?
– Башҡаларҙан өлкән булғас, тәүге көндән үк староста итеп һайлап ҡуйҙылар. Кәңәш һорап та, ярҙам кәрәкһә лә, миңә мөрәжәғәт иттеләр. Башҡалар тәүге һөйөү уттарында янып йөрөнө, ә мин 2-се курста уҡ ғаилә ҡорҙом. Рифҡәт Вәкил улы Исрафилов, Таңсулпан Даһи ҡыҙы Бабичева, Илшат Хәлил улы Йомағоловтарҙа уҡыныҡ. Студент йылдарында уҡ сәхнәлә уйнарға тура килде. Курсташтарым Рәсүл Ҡарабулатов менән Мәхмүт Нәҙершин мине бейеүсе һәм алып барыусы итеп “Каруанһарай” төркөмөнә саҡырҙы. Ғаилә ҡороп йәшәй генә башлаған саҡ ине, баш тарттым. – Эшкә килгән талантлы актерҙы Сибай ҡалаһы нисек ҡаршы алды?
– Путч менән. 1991 йылдың авгусында Марс Итбаев менән икәү Сибайға юлға сыҡтыҡ. Поезда килгән саҡта илдәге хәлдәрҙең көтмәгәндә болғаныуы тураһында белдек. Бөтә Рәсәй ығы-зығы килгән билдәһеҙ ваҡытта күңел күтәренке түгел ине. Партия ағзаһы булараҡ, икенсе көндө үк йыйылышҡа саҡыртып алдылар.
Ә ижадҡа килгәндә, барыһы ла һәйбәт башланды. Эшкә килеү менән “Семәрле тәхет” драмаһындағы Алғыр ролен өйрәндем һәм сентябрь айында уҡ, театрҙың 60 йыллығы уңайынан, Өфөгә гастролгә килдек. Ошо ҙур мәшәҡәт менән, ҡағылмай-һуғылмай ғына коллективҡа инеп кителде. Ә Фәрит Богдановтың пьесаһы буйынса ҡуйылған “Иректәге тотҡонлоҡ” спектаклендә (режиссеры – Рафаэль Әйүпов) Хасбулат роле – минең тәүге эшем. Башынан алып аҙағына тиклем режиссер менән эшләп, үҙем сығарҙым. – Замананың үҙгәреүен нисек кисерҙегеҙ?
– Илдә, тормошта идеяларҙың юҡҡа сығыуын ауыр кисерҙем. Атайым гел генә, алдашмай-урлашмай йәшәгеҙ, тип өйрәтте. Бер саҡ үҙенә: “Урлашҡандар күпкә еңелерәк йәшәй түгелме?” – тип, үпкә лә белдереп алдым. Әммә беҙҙең быуынға ошо һынылышты үтергә кәрәк ине, һәм уны күптәребеҙ лайыҡлы үтә алды. Тормош бит гел бер урында тора алмай, беҙгә лә үҙгәрергә, яраҡлашырға өйрәнергә кәрәк булды. – Тамашасы һеҙҙе комик образда йыш күрә. Ә күңелегеҙгә ниндәй ролдәр яҡын?
– Бер ваҡытта ла режиссер биргән ролдәрҙән баш тартҡаным булманы. Үҙем дә, шул ролде бирегеҙ, тип һоранып йөрөмәнем. Ысынлап та, күберәк комик һәм кире образдарҙы уйнарға тура килде. Улар менән еңеүҙәр ҙә яуланым. Владимир Жеребцовтың “Вәли­гәме, Ғәлигәме, кейәүгә барам әле” комедияһында төп роль һәм Таңсулпан Ғарипованың “Бәхеткә ҡасҡандар” трагикомедияһындағы Иблис образы өсөн ике йыл рәттән театрҙың иң яҡшы актеры тип һайландым. Гоголдең “Өйлә­неү”ен­дәге Аночкин образы өсөн 1994 йылда “Театр яҙы” республика фестивалендә “Тамашасы һөйөүе” призы менән бүләкләндем. Комик ролдәр күңелемә яҡын, үҙем дә тормошта йылмайырға яратам, ауыр саҡтарҙы көлкө һүҙ менән үткәреп ебәрәм. – Ғаиләгеҙ менән дә таныштырып үтһәгеҙ ине. Ҡатынығыҙ менән ҡайҙа таныштығыҙ?
– Өфөлә. Дуҫ егет бер ҡыҙ менән осрашып йөрөй ине. Апаһының тыуған көнөнә гармунсы булып барырға тәҡдим иткәс, улар менән ҡунаҡҡа киттем. Ул табында Фәүнә лә бар ине, шунда таныштым. Дуҫ егете лә бар ине, миңә әллә ни иғтибар итмәне. Әммә беҙ ҙә төшөп ҡалғандарҙан түгел, күңелен яулар өсөн бар тырышлығымды һалдым. Мөхәббәт уттарында янып, йырҙар ҙа ижад иткән саҡтар булды. Минең хистәремдең, ниәттәремдең етди һәм ихлас икәнен аңлағас, ул дуҫлыҡҡа ризалашты. Бер йыл да үтмәне, ғаилә ҡорҙоҡ. Ул Баҡалы районының Яңы Ҡатай ауылы һылыуы. Ышаныслы тормош иптәше, минең терәгем. Характеры декабрист ҡатындарыныҡы кеүек: ауырлыҡтарҙы сабыр үткәрә белә. Студент йылдарында һәм фатир алғансы дөйөм ятаҡта йәшәнек. Минең менән ауырһынмай ғына бер генә танышы, туғаны булмаған, күҙ күрмәгән Сибайға барырға ризалыҡ бирҙе. Һөнәре буйынса эш табыуы мөмкин түгел ине, рәхмәт театр етәкселегенә, эшкә алдылар. Ябай хеҙмәткәр булып башлағайны, хәҙер костюмдар бүлеге мөдире булып эшләй.
Ҡыҙыбыҙ Лилиә – банк хеҙмәткәре, әсәһенең тыуған ауылына килен булып төштө. Улыбыҙ Ғәзинур, мәктәпте тамамлап, Сибай институтының филология факультетына уҡырға инде. Балаларҙың икеһе лә бейеү ансамблендә шөғөлләнде, улыбыҙ музыка мәктәбендә лә уҡыны. Ғәҙәттә, актер балалары сәнғәт юлын һайлай, ә минекеләр ундай теләк белдермәне. – Һеҙҙеңсә нисек: театр кешенең күңелен асырға тейешме әллә уйландырырғамы?
– Тәрбиәләргә тейеш. Күҙ йәштәре менән, уйландырып, тетрәндереп. Шул уҡ ваҡытта күптәр йылмайыу аша ла үҙенә һабаҡ ала. Ауыр саҡта проблемаһынан арын­һа, тормошо матур яҡҡа үҙгәрһә, тимәк, беҙҙең сәхнәләге хеҙмәтебеҙ бушҡа китмәгән. – Әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт! Яңы ролдәр, ижади уңыштар насип булһын һеҙгә! Гөлнур ЮЛДАШЕВА
әңгәмәләште.

 

«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

Материалдарҙан күсермә һәм өҙөмтә алған осраҡта порталға һылтанма эшләү мотлаҡ.

 

Разработка сайта - HunterWeb