Күренекле башҡорт шағирәһе, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмар ғүмер байрамын билдәләне

Күренекле башҡорт  шағирәһе, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмар ғүмер байрамын билдәләне

Кисә, 3 октябрь көнө,  күренекле башҡорт шағирәһе, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмар ғүмер байрамын билдәләне. Лилиә Зәйнулла ҡыҙы Ҡәйепова (псевдонимы «Лилиә Һаҡмар» (әҙәбиәттә), «К. Зәйнуллина» (журналистикала); 1962 йылдың 3 октябрендә Баймаҡ районының Йомаш ауылында тыуған.

1984 йылда Башҡорт дәүләт университеты филология факультетын тамамлай.

1985 йылда ВЛКСМ-дың Хәйбулла район комитеты секретары итеп һайлана. Артабан шул уҡ райондың Байғусҡар ауылында өлкән китапханасы булып эшләй.

1989 йылда Өфөгә күсеп килә һәм хеҙмәтен журналистика өлкәһендә дауам итә. 

2010 йылдан алып "Тамаша" журналында бүлек мөдире, 2013 йылдан 2015 йылға тиклем — баш мөхәррир урынбаҫары вазифаһын башҡара.

Хәҙерге ваҡытта тулыһынса әҙәби ижад менән шөғөлләнә.

Лилиә Ҡәйепова йәмғиәти эштәрҙә лә әүҙем ҡатнашыусы булып танылған. Йомаш ауылы урта мәктәбендә уҡығанда пионер, комсомол ойошмаларын етәкләй, стена газеталарының мөхәррире була. БДУ-ла уҡығанда «Шоңҡар» әҙәби-ижад түңәрәге сығарған стена газетаһында мөхәррир була, төрлө ауыл-ҡалаларҙа уҙған йыр-шиғыр кисәләрендә шиғыр һөйләп, йырлап, мандолинала уйнап, йыш сығыш яһай. Университеттың Йәмғиәти эштәр факультетында (Факультет общественных профессий) вокал буйынса шөғөлләнеп, «Вокал түңәрәге етәксеһе» таныҡлығын ала, йәмғиәти эштәрҙә, төрлө фәнни конференцияларҙа әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә.

 «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй башлағас, коллективтың профком рәйесе итеп һайлана. Йәмғиәт эштәрендә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Башҡортостан республика профсоюздар ойошмаһының Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнә.

«Тамаша» журналында эшләү осоронда Халыҡ-ара, Республика,  Өфө кимәлендә уҙғарылған ижад конкурстарында жюри, баһалама комиссияһы ағзаһы, рәйесе була. Шиғриәт, драматургияға ҡағылышлы ижад емештәренә ентекле баһа бирә килә. Бөгөнгө көндә лә конкурстар эшендә ҡатнаша, китапхана, мәктәптәрҙә уҙғарылған «шиғыр кисәләре»ндә йыш сығыш яһауын дауам итә.

Шағирҙың ижады күп ҡырлы. Ул үҙен драматургия жанрында ла күрһәтеп өлгөрҙө. «Йондоҙло күпер» мелодрамаһы буйынса Башҡорт дәүләт академия драма театрында мюзикл (реж. А. Ҡыуатова), «Ысыҡтағы ҡояш» мелодрамаһы буйынса Нефтекама дәүләт филармонияһында спектакль (реж. З. Аҙнабаева) ҡуйылды. «Балапан» драмаһы (2004), «Марс 500 йәки Марста йәшәү бармы?» сатирик драмаһы (2009) Драма әҫәрҙәре буйынса республика конкурстарында Диплом яуланылар.

Уның төҙөк рифмалы, ябай, халыҡсан телле күп шиғырҙарына композиторҙар көйҙәр ижад итә. Халыҡ яратып тыңлаған «Уйнаһын ғына ҡурайым!» (комп. С.Низаметдинов) (2002), «Ҡабатлайым исемеңде» (С. Низаметдинов) (2003) йырҙары «Йыл йыры» конкурстарында Дипломдар яуланы. «Ҡара һәм аҡ араһында» хор циклы (комп. Ш.Ҡаҙаҡбаева) Башҡортостан дәүләт хор капеллаһы репертуарында.

Журналистика Лилиә Һаҡмарҙың ижадынан айырылғыһыҙ. Ниндәй генә матбуғат сараһында эшләһә лә, Лилиә Ҡәйепова һәр ваҡыт шиғри телле, образлы фекерле, ижади журналист булып ҡала. "Башҡортостан ҡыҙы" журналында эшләү осоронда республиканың төрлө мөйөшөнән ҡыҙыҡлы мәҡәләләр яҙып ҡына ҡалмай, ул журналды уҡымлы итеү өсөн төрлө-төрлө темаға ижади конкурстар уйлап сығара һәм ойоштора. Мәҫәлән, «Ҡулъяулығым — бүләгем»(ҡулъялыҡтар сигеү), «Шәл бәйләнем»(шәл ситтәре бәйләү), «Һыйлы көнөң һыйырҙа»(һөт ризыҡтарын әҙерләү) кеүек конкурстарҙы башлап ебәреүсе була. Ул алып барған «Ҡотло ҡура»(һыйыр малдарын дөрөҫ тәрбиәләү), «Хәмер ҡоло булыуың — ырыуыңдың ҡороуы», «Намаҙ уҡыу дәрестәре» кеүек ҡыҙыҡлы рубрикаларҙы журнал уҡыусылар яратып ҡабул итә. «Тамаша» журналында ул сценарийҙар, пьесалар яҙыу, Башҡорт академия драма театры менән берлектә ойошторолған «Тамаша биҙәге» конкурстарын башлап ебәрә. Шул осорҙа үҙенең журналистик әҫәрҙәре менән Республика журналистик конкурсында (2010), Өфө ҡала журналистика конкурсында (2010) еңеүсе Дипломдарына лайыҡ була.

Лилиә Һаҡмарҙың үҙенсәлекле махсус баҫмалары ла бар. Республика насар күреүселәр китапханаһында махсус стилдә — насар күреүселәр өсөн Брайл ысулы менән махсус баҫылған — «Счастливая женщина — Бәхетле ҡатын» (урыҫ, башҡорт телендә) юмористик хикәйәләр китабы донъя күргән. Шағирәнең үҙе уҡыған шиғырҙары, шиғырҙарына яҙылған йырҙар mp3 форматында CD-дисктарға, «Йондоҙло күпер» мюзиклы DVD-дискка яҙылған.

 

 

Күренекле башҡорт  шағирәһе, драматург, тәржемәсе һәм журналист Лилиә Һаҡмар ғүмер байрамын билдәләне

logoyaz

Акция «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле»

Приглашаем к участию в акции «Мой язык – язык дружбы. Минең телем – дуҫлыҡ теле».

Желающим принять участие в акции необходимо разместить заявку в группу «Вконтакте».


«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы» интернет-порталы дәүләт телдәре булған башҡорт һәм рус телдәренән тыш, инглиз телендә лә Башҡортостандың мәҙәниәте һәм сәнғәте хаҡында бөтә донъяға бәйән иткән мәғлүмәт сараһы.

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Редакция менән бәйләнеш

E-mail: kmb.rb@yandex.ru