Миңзифа Исҡужина йырлай

  • Программала "Далан" төркөмө ҡатнаша

    Йома, 19.00

    Хаkы: 100 - 300 hум
    28 октябрь Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы “Далан” фольклор-эстрада төркөмө солисткаһы Миңзифа Исҡужина үҙенең йырлы-моңло кисәһен тәҡдим итә.

    Яңы концерт программаһының тәүге өлөшөндә Миңзифа Исҡужина БР-ҙың Халыҡ ҡоралдары милли оркестрына ҡушылып халыҡ һәм классик йырҙар башҡара. Ә инде икенсе бүлектә эстрада йырҙарын торған шоу-тамаша бүләк итә. Бында йырсы үҙе ижад иткән “Далан” төркөмө, филармонияның йәш солистары Рөстәм Шаһыбалов һәм Руслан Сәйфетдиновтар сығыш яһай.

    Башҡорт дәүләт филармонияһында 10 йыллыҡ ижади эшмәкәрлегенә байҡау яһап, Баймаҡ һандуғасы Миңзифа Исҡужина тамашасыларға эстрада артисткаһы итеп кенә түгел, ә халыҡ һәм классик йырҙарҙы оҫта башҡарыусы булараҡ та күрһәтә. Концертта тамашасы яратып ҡабул иткән халыҡ йырҙары менән бер рәттән яңы йырҙар ҙа башҡара.

    28 октябрь 19 сәғәттә Миңзифа Исҡужина саф көмөштәй йырҙарын тик һеҙҙең өсөн генә яңғырата! Рәхим итегеҙ!

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb