16 ноябрь - Бөтә донъя ҡул эштәре көнө!
Был көн сигеүсе, ҡул эше оҫталары, кәсепселәр һәм халыҡ ижадын һаҡлаусы оҫталар байрамы.
Бөтә донъя ЮНЕСКО фонды ҡул эштәрен мәҙәни мираҫҡа тиңләне.
Элегерәк бер ни тиклем онотолоп торған шөғөлдәргә бөгөн ҡыҙыҡһыныу бермә - бер артты. Замана һылыуҙары ҙур тырышлыҡ менән оҫталыҡ серҙәренә өйрәнә. Медицина ла ҡул эштәренең организм өсөн ифрат файҙалы шөғөл икәнлеген иҫбатлай.
Әхмәр ауыл китапханаһында һәм мәҙәниәт йортонда ҡул эштәре көнөнә арналған "Һөнәрле ҡулда бәрәкәт бар" исемле сара үтәсәк.
Источник: Культура.РФ