Башҡорт теле көнө — башҡорт телен һаҡлау, яҡлау һәм үҫтереү маҡсатында үткәрелгән көн. Бавшҡортостан Республикаһы башлығы Р.Ф. Хабировтың указына ярашлы 2019 йылдың 14 декабре башҡорт теле көнө тип билдәләнгән.
Башҡорт теле көнөн 14 декабрҙә билдәләү осраҡлы түгел. Тап ошо көндә күренекле башҡорт шағиры, мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулла тыуған. Был көн, 2015 йылдан башлап, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ярҙамында Башҡортостан Республикаһы халыҡтары ассамблеяһы һәм Башҡортостан Республикаһының Мәғариф һәм фән министрлығы башланғысы менән билдәләнә, рәсми рәүештә 2019 йылдан үткәрелә. Үҙ туған телен, ата-әсәләрен, олатайҙарын, йүндәрен өйрәнеү цивилизациялы кеше өсөн мотлаҡ. Беренсенән, был кешенең рухи донъяһын байыта, икенсенән, туған телде өйрәнеүҙе күпкә еңеләйтә.
Источник: Культура.РФ