Тәбиғәттең серле лә, моңһоу ҙа сағы. Тирә-яҡ төрлө сағыу төҫтәргә буялған. Бына ошондай йылдың иң матур, мөғжизәле, сағыу биҙәкле миҙгеленә арнап күп кенә шағирҙар ҙа шиғыр яҙған. Балалар менән урманға сәйәхәт ҡылыу маҡсаты ла ошо хозур тәбиғәттең матурлығын тойоү, тәбиғәттәге үҙгәрештәргә күҙәтеү яһау. Уларға әйләнә тирәләге үҫкән ағастар, ҡыуактар, үҫемлектәр, йылы яҡҡа осҡан ҡоштар тураһында тулыраҡ һәм ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр биреү. Тәбиғәткә арналған йомаҡтар ҡойошоү, саф һауала хәрәкәтле уйындар уйнау балалар күңеленә бик хуш килә.
Источник: Культура.РФ