Илебеҙ тарихында сәйәси золом йылдары иң фажиғәле йылдарҙан һанала. Был ҡот осҡос ғәрәсәттән илебеҙҙең бер генә ауылҡалаһы ла ситтә ҡалмай, юғары урын биләүселәрҙән алып ябай эшсегә тиклем репрессия тирмәненә эләгә. Халҡыбыҙҙың меңдәрсә аҡыллы, уҡымышлы ир-егеттәре нахаҡҡа хөкөм ителә. Репрессия Башҡортостандан ғына 50 меңдән ашыу кешенең башына етә. Һуңғы йылдарҙа ғәҙеллек кире ҡайтарылды. Ләкин үҙ ваҡытында репрессия һөҙөмтәһендә атылғандарҙы, лагерҙарҙа яфа сиккәндәрҙе онотоу мөмкин түгел. Уларҙы иҫкә алмау ҙа дөрөҫ булмаясаҡ һәм ҡаһармандарҙы барыһы ла, бигерәк тә йәштәр белергә бурыслы.
Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнөндә Ярат ауыл китапханаһында
« Онотолмай золом ҡорбандары» тигән китаптар күргәҙмәһе ойошторолдо.
Источник: Культура.РФ