11 октябрь Башҡортостандың төп байрамы — Башҡортостан Республикаһы көнө билдәләнә.
Был көндө Башҡортостан Республикаһының Дәүләт суверенитеты тураһында декларация ҡабул итеү көнө! Был байрам тыуған еребеҙҙең рухи һәм мәҙәни мираҫы, күп быуатлы тарихы менән ғорурланған республика халҡының берҙәмлеген һәм милләт-ара татыулығын символлаштыра.
Байрам уңайынан 10 октябрь Ярат ауыл мәҙәниәт йорто алдында байрам йәрминкәһе ойошторолдо. Йәрминкә башында ауыл хаҡимиәте башлығы А. Б. Байымова байрам менән ҡотлап хеҙмәт алдынғыларын билдәләп бүләктәр тапшырҙы. КФХ « Мырҙаҡаев А. Ш.» һәм йәш эшҡыуар З.К. Ҡарамырҙин халыҡҡа арзан хаҡ менән үҙҙәренең баҫыу уңыштарын һатыуға алып сыҡты. Күрше Йәрмөхәмәт һәм Ғүмәр ауылы халҡы һатыу өсөн: һөт, ҡаймаҡ, ҡорот, ҡомалаҡ икмәге, төрлө ҡайнатмалар, ҡышҡылыҡҡа салаттар һатырға алып килгәндәр ине. Шулай уҡ байрам уңайынан өс ауылдың ҡатын-ҡыҙҙар командаһы араһында спорт ярышы ойошторолдо.
Источник: Культура.РФ