« Тыуған илем Башҡортостан!»

« Тыуған илем Башҡортостан!»

Дата и время проведения мероприятия

с 09.10.2023 13:00 по 09.10.2023 14:00

Место проведения

Яратовская сельская библиотека

« Әлләсе » интеллектуаль өҫтәл уйыны үтте

11 октябрь Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан  Ярат ауыл китапханаһында үҫмерҙәр өсөн  « Әлләсе » интеллектуаль  өҫтәл уйыны үтте. Улар « Бөркөт » һәм «Осҡон» тигән командаларға бүленеп үҙ - ара ярышты.  Уйындың төп шарты буйынса бер минут эсендә үҙ командаңа һүҙҙәрҙе аңлатыу, тәү ҡарамаҡҡа ябай күренһә лә, һүҙҙәр аңлатҡанда төрлө һынауҙар үтергә лә тура килде уйынсыларға. Ике команда ла сәмләнеп уйнаны, береһенең дә ал биргеһе килмәне. Ләкин һәр уйындың еңеүсеһе, еңелеүсеһе була, тигәндәй, «Осҡон » командаһы беренселекте яуланы.  Үҫмерҙәр отҡорлоҡ, тапҡырлыҡ, зирәклек талап иткән “Әлләсе” интеллектуаль өҫтәл уйынын сәмләнеп уйнаны. Уйын бик күңелле, йәнле барҙы һәм барыһыныңда күңеленә хуш килде.

Источник: Культура.РФ

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb