« Әлләсе » интеллектуаль өҫтәл уйыны үтте
11 октябрь Башҡортостан Республикаһы көнө уңайынан Ярат ауыл китапханаһында үҫмерҙәр өсөн « Әлләсе » интеллектуаль өҫтәл уйыны үтте. Улар « Бөркөт » һәм «Осҡон» тигән командаларға бүленеп үҙ - ара ярышты. Уйындың төп шарты буйынса бер минут эсендә үҙ командаңа һүҙҙәрҙе аңлатыу, тәү ҡарамаҡҡа ябай күренһә лә, һүҙҙәр аңлатҡанда төрлө һынауҙар үтергә лә тура килде уйынсыларға. Ике команда ла сәмләнеп уйнаны, береһенең дә ал биргеһе килмәне. Ләкин һәр уйындың еңеүсеһе, еңелеүсеһе була, тигәндәй, «Осҡон » командаһы беренселекте яуланы. Үҫмерҙәр отҡорлоҡ, тапҡырлыҡ, зирәклек талап иткән “Әлләсе” интеллектуаль өҫтәл уйынын сәмләнеп уйнаны. Уйын бик күңелле, йәнле барҙы һәм барыһыныңда күңеленә хуш килде.
Источник: Культура.РФ