Әминә Шафиҡованың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға ҡотлау хаты

Әминә Шафиҡованың Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусинға ҡотлау хаты
Хөрмәтле Ноғман Сөләймән улы!
 
Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы Һеҙҙе күркәм юбилейығыҙ - 90 йәшегеҙ менән ысын күңелдән ҡайнар ҡотлай.
 
Һеҙ Ишембай районының хозур тәбиғәтле Ҡолғона ауылында тыуып үҫеп, тыуған төйәгегеҙҙән илһам алып ҡанатланып ижад иткәнһегеҙ. Әлеге көндә һеҙ Башҡортостаныбыҙҙың арҙаҡлы яҙыусыларының береһе. Һеҙҙең әҫәрҙәрегеҙҙе, ғәҙәттә, халыҡсан ижад тип баһалайҙар. Тәбиғәткә, кешеләргә оло һөйөү, нескә миһырбанлыҡ менән һуғарылған ижад өлгөләренең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ.
 
Һеҙ – үҙ темаһын ғына түгел, үҙ стилен, үҙенә генә хас һүрәтләү алымдарын тапҡан яҙыусы. Тәбиғәт тигән ҙур социаль проблематиканы тормоштоң киң һулышы, тыуған ерҙе матурлар өсөн замандаштарҙың ынтылышлы эшмәкәрлеге менән органик бәйләнештә биреүгә өлгәштегеҙ.
 
Хикәйәләрегеҙ, повестарығыҙ, романдарығыҙ – күптәрҙең яратып уҡыған әҫәрҙәре. Ижадығыҙ заман үҙгәрештәренә лә бирешмәй, сөнки улар кешеләрҙе тормош, ғүмер, яҡшылыҡ һәм яманлыҡ тураһында уйланырға, үткән юлдарына, бөгөнгөһөнә һәм киләсәккә күҙ ташларға мәжбүр итә.
 
Ижади уңыштарығыҙҙы һәм Башҡортостан мәҙәниәтен үҫтереүгә индергән хеҙмәтегеҙҙе тыуған илебеҙ тейешле баһаланы. Был хаҡта Һеҙҙең Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре исеменә, «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн», Салауат Юлаев исемендәге ордендарына лайыҡ булыуығыҙ иҫбатлай.
 
Хөрмәтле Ноғман Сөләймән улы, күркәм юбилейығыҙ айҡанлы Һеҙгә оло рәхмәтебеҙҙе белдерәбеҙ һәм киләсәктә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер һәм ижади уңыштар теләйбеҙ!
 
Башҡортостан Республикаһы
мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb