тип өндәшә шағир Ш. Бабичҡа уға арналған шиғырында, үткәнде үҙ заманы исеменән баһалап. А. Мөбәрәковҡа арналған шиғырында иһә ул үткәнде бөгөнгөгә генә түгел, киләсәккә лә алып барып бәйләй.
Тормошо ла, ижады ла уның
Үҙе мәңге ҡалыр бер осор.
Үткәндәр ҙә, бөгөнгө лә йәшәй,
Киләсәккә китә бер осо, —
тип шаһитлыҡ итә автор киләсәккә ҡарап, бөгөнгө көн исеменән. Шуның артынса ул икенсе бер замандашына: