Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
«Ҡатындар» трилогияһының исем туйы үтте
Карта учреждений и афиш
Вторник, 28 января 2014
«Ҡатындар» трилогияһының исем туйы үтте
27 ғинуар Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапхананың башҡорт әҙәбиәте һәм тыуған яҡты өйрәнеү бүлегендә (етәксеһе - Айгөл Буранғолова) билдәле шағирә, БР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Муса Гәрәев исемендәге әҙәби премия лауреаты Гөлнур Яҡупованың «Ҡатындар» трилогияһының исем туйы үтте. Кисәлә билдәле яҙыусылар, фән эшмәкәрҙәре һәм Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы факультеты студенттары ҡатнашты.
Филология фәндәре докторы, профессор Гөлфирә Гәрәева трилогияға бик төплө анализ бирҙе. Гөлнур Яҡупова оҫта шағирә генә түгел, ә талантлы прозаик та. «Ҡатындар» трилогияһы тотош башҡорт әҙәбиәтендә ҙур ваҡиға, әҫәр энциклопедик характерҙа булыуы менән үҙенсәлекле, тине Гөлфирә Ниғмәтйән ҡыҙы.
Айырыуса йәштәр шатландырҙы – студенттар был трилогияға ҡарата үҙҙәренең фекерҙәре менән бүлештеләр, ҡайһы бер мәҡәләләр республика баҫмаларында донъя күргән дә инде.
Трилогияның яҙылыу тарихы менән дә ҡыҙыҡһындылар осрашыуға килеүселәр: «Был әҫәремде хаҡлы ялға сыҡҡас, етәрлек тормош материалы туплағас яҙа башланым. Уға өс йыл тирәһе ваҡыт китте, ике йыл буйы редакторланым. Төп герой Нурия – ул минең идеалым. Мин уны юҡҡа уҡытыусы итмәнем, сөнки был һөнәр эйәләре ауыл ерендә ағартыусы ролен башҡаралар. Нурия ул һинме тип һорайҙар, яуабым ошолай яңғырар – ул мин дә, шул уҡ ваҡытта мин дә түгел. Әҫәр яҙа-яҙа, уның етешһеҙлектәрен күрмәй башлайһың, был осраҡта коллегаларым ярҙамға килде. Улар әҫәрҙе ҡарап сыҡҡас, төп героиняның яҙмышы бик ыңғай бара, тинеләр. Уйландым да, әҫәргә яңы ваҡиғалар, Нурияға проблемалар өҫтәнем», - тип һөйләне Гөлнур Яҡупова.
Әҫәр, белеүебеҙсә, өлөшләтә «Ағиҙел» журналында баҫыла барҙы. Журналдың баш мөхәррире Әмир Әминев әҫәрҙе яҙыусы ижадының иң бөйө нөктәһе, тип баһа бирҙе.
Әҙәбиәт байрамы йырһыҙ буламы ни? Гөлнур Яҡупова шиғырҙарына яҙылған моңло йырҙар менән өмөтлө башҡарыусы Зилиә Бәхтиева сығыш яһаны.
Ысынлап та, «Ҡатындар» трилогияһы XXI быуат башҡорт әҙәбиәте өсөн оло ҡаҙаныш.
Фотогалереяға күсергә
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана