Декабрь айында театр йәмәғәтселеге бөтә ғүмерен һәм һәләтен башҡорт театр сәнғәтен үҫтереүгә бағышлаған мәшһүр сәхнә оҫтаһы, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковтың тыуыуына 105 йыл тулыуҙы билдәләй.
16 декабрь көндө 15.00 сәғәттә бөйөк артист оҙаҡ йылдар эшләгән, ҡабатланмаҫ ролдәр башҡарған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры янында уға һәйкәл асыла. Һәйкәл театр майҙанынан алыҫ түгел урында, баш ҡаланың Ленин паркында урынлашҡан. Скульпторы — А.В. Дворник.
Ә 15 декабрь көнө туған театры Арыҫлан Мөбәрәковтың үлемһеҙ рухына Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим трагедияһы буйынса “Ай тотолған төндә” спектаклен бағышлай. А.Мөбәрәков Мостай Кәримдең “Яңғыҙ ҡайын” пьесаһында колхоз председателе Арыҫланов, “Айгөл иле” ндә Йәғәфәр Моратшин, “Салауат. Өн аралаш ете төш” әҫәрендә Юлай, “Ташлама утты, Прометей!” пьесаһында Әҙәмшаһ ролен башҡарған.