Һәйкәл булып ҡайтты...

Һәйкәл булып ҡайтты...
Кисә, 16 декабрь, СССР-ҙың халыҡ артисы Арыҫлан Мөбәрәковҡа һәйкәл асыу тантанаһы үтте. Тантаналы сарала БР Мәҙәниәт министры Ә.И. Шафиҡова, ҡала башлығы И.И. Ялалов, билдәле шағирә, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Й.С. Ильясова, Башҡорт драма театрының художество етәксеһе О.З. Ханов, шағир И.Л. Кинйәбулатов, артистың ҡыҙы Г.А. Мөбәрәкова, скульптор А.В. Дворник, архитектор Л.Ш. Дубинский, шулай уҡ Арслан Ҡотлоәхмәт улының яҡташтары һәм уның бөйөк ижадын ихтирам итеүселәр йыйылды.
БР Мәҙәниәт министры Әминә Шафиҡова Арыҫлан Мөбәрәковтың башҡорт театры тарихында һәм үҫешендә төп урынды биләүен билдәләне, һәйкәлде асыу тантанаһы шәхестең тыуған көнөнә тап килеүе (15 декабрь артистың тыуыуына 105 йыл тулды) икеләтә шатлыҡлы, тине.
С.Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Ирек Кинйәбулатов Арыҫлан Мөбәрәковҡа арналған шиғырын уҡып ишеттерҙе, Башҡорт драма театрының художество етәксеһе Олег Ханов Республика Президентына театр коллективы исеменән рәхмәт белдерҙе.
Һәйкәл театр янында урынлашҡан А.Матросов исемендәге паркта ҡуйылған. Композиция сәхнәлә сығыш яһаған артисты кәүҙәләндерә, ә артта сәхнә шаршауы.
Фотогалереяға күсергә

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb