Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
Ә һин Кәтүкте хәтерләйһеңме?!.
Карта учреждений и афиш
Пятница, 10 апреля 2015
Ә һин Кәтүкте хәтерләйһеңме?!.
Былтыр республикала “Ижади саҡырыу” тигән мәрхәмәтлек акцияһы башланғайны. Башҡортостандың күренекле сәнғәт әһелдәре был сараны күтәреп алып, һөнәри оҫталығын күрһәтте һәм махсус асылған иҫәпкә хәленән килгәнсә аҡса күсерҙе. Ниндәй иҫәп, ниндәй матди сығым, тиерһегеҙ. Эш шунда: һуңғы йылдарҙа пенсияға сыҡҡан, йә булмаһа төрлө сәбәп арҡаһында ярҙамға мохтаж булған, әммә заманында сәхнәләрҙе шаулатҡан артистар, йырсылар, бейеүселәр, яҙыусылар хаҡында республика матбуғатында ғына түгел, ә Рәсәй баҫмаларында ла йыш яҙыла.
Мәрхәмәтлек акцияһының идеяһы шунан ғибәрәт – ул һәр ижад кешеһенә ихлас күңелдән ярҙам итеүҙе, кешеләргә миһырбанлыҡ менән бағыуҙы күҙ уңында тота. Сара Башҡортостандың халыҡ артисы Олег Хановтың сығышы менән башланып киткәйне, унда дәүләт эшмәкәрҙәре лә, төрлө уҡыу йорто уҡытыусылары ла, студенттар ҙа дәррәү ҡушылды: әлегә бөтәһе бергә 348 кеше ҡатнашып, 67800 һум аҡса йыйылған.
Ошо көндәрҙә “Ижад кешеләре” фондының ирекмәндәр үҙәге асылды. Тәүгеләрҙен булып Х. Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы артисы Әхәт Ураҙмәтовтың – мәшһүр Кәтүктең – барып хәлен белештеләр. Күстәнәс, бүләк менән килгән ҡунаҡтарҙы хужалар бик йылы ҡаршы алған. “Барлыҡ пенсионерҙарға, ветерандарға сәләм еткерегеҙ!” – тип оҙатҡан улар фонд вәкилдәрен. Эйе, бөгөн Интернет, юғары технологиялар заманы, әммә һәр кем аралашыуға, йылы мөнәсәбәткә мохтаж. Ҡасандыр халыҡ алдында үҙҙәрен йәлләмәй сығыш яһаған күренекле шәхестәрен оноторға тейеш түгел рәхмәтле тамашасы, уҡыусы!
Әйткәндәй, “Бәйләнештә” (vk.com) социаль селтәрендә “Ижад кешеләре” фондының махсус бите бар. Бәлки, кемдер үҙ теләге менән пенсионерҙарға ярҙамлашырға теләйҙер? Рәхим итегеҙ.
Һуңғы арала акцияға Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың мәғариф, мәҙәниәт, спорт һәм йәштәр сәйәсәте комитеты рәйесе Эльвира Айытҡолова, балет артистары Гөлсинә Мәүлекәсова, Илдар Маняпов, йырсы Әлфиә Кәримова ҡушылған. Бүләктәр әҙерләргә “LOVE & LIFE” рестораны ярҙам иткән. Фондтың етәксеһе Альмира Соломинова әйтеүенсә, Мәҙәниәт йылында башланған акция Әҙәбиәт йылында ла әүҙем дауам итә. Ҡушылығыҙ, мәрхәмәтле йөрәктәр!
Автор: Л. СИТДИҠОВА.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите.
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Благотворительный фонд «Мирас» подвел творческие итоги 2016 года
Ә һин Кәтүкте хәтерләйһеңме?!.
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана