«Әлифбанан бер себеш» моноспектакле ҡуйыусы-режиссер Линас Зайкаускастың тыуған иленә сәйәхәткә йыйына

«Әлифбанан бер себеш» моноспектакле ҡуйыусы-режиссер Линас Зайкаускастың тыуған иленә сәйәхәткә йыйына
Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры 2014 йылдың 1-12 апрелендә Паневежис ҡалаһында (Литва) үтәсәк Х Халыҡ-ара моноспектаклдәр фестивалендә ҡатнашасаҡ. Был сараны, ғәҙәттәгесә, «МЕNAS» театры ойоштора. Башҡорт театры «Әлифбанан бер себеш» (А. Кивиряхк, режиссер – Л. Зайкаускас) спектакле менән 9 апрель көнө сығыш яһай.
Билдәле режиссер Линас Зайкаускас театрыбыҙҙа ике спектакль ҡуйҙы: «Әлифбанан бер себеш» һәм «Аҡ пароход» (С. Айытматов).
Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров башҡарыуындағы «Әлифбанан бер себеш» моноспектакле быға тиклем дә II «Арт-соло» Халыҡ-ара моноспектаклдәр фестивалендә (Төнъяҡ Осетия, Владикавказ), "Таврия Мельпоменаһы" Халыҡ-ара театр фестивалендә (Херсон, Украина) ҡатнашып тамашасының һәм театр белгестәренең юғары баһаһын алғайны. Ә оҙаҡламай Литвала ла үҙен һынап ҡараясаҡ.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb