«Әллә ҡатын, әллә ен?» комедияһына рәхим итегеҙ!

«Әллә ҡатын, әллә ен?» комедияһына рәхим итегеҙ!
М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры әленәнән әле тамашасыларын премьералары менән ҡыуандырып тора. 11 февралдә критик, яҙыусы Татьяна Москвинаның новеллалары буйынса ҡуйыласаҡ «Әллә ҡатын, әллә ен?» дөрөҫ булмаған комедияһы театр һөйөүселәр өсөн мауыҡтырғыс тамаша буласаҡ.
Төп ролде Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Шәүрә Дилмөхәмәтова башҡарһа, башҡа ролдәрҙә - Башҡортостандың халыҡ, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы Илдар Сәйетов, Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Рәмзиә Хисамова, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы, С. Юлаев ис. дәүләт премияһы лауреаты Хөрмәтулла Үтәшев, Башҡортостандың халыҡ артисы Илдар Ғүмәров.…“Ҡатын күңеле – ҡырҡ сыраҡ”, - тип, белмәй әйтмәгәндәрҙер. Йәйғорло хистәре, дүрт миҙгелле тормошо, матурлығы һәм, әлбиттә, серле күңел донъяһы менән һәр кемде әсир итә алыр ғәжәйеп ҡатын. Һәр тамаша һайын ул яңы яҡтан асыла, халыҡ алдына яңы образда баҫа. Әммә, ирен «бөрөп тотҡан» яһил ҡатын булһынмы; яҙмышына күнеп, янында ғына йөрөгән бәхетен дә абайламаҫ эшлекле ханыммы; инде олоғайһа ла, һаман наҙ, һөйөү көрһәгән хыялый күңелле ҡатынмы; бар нәмәгә күңеле төңөлгән шағирәме – ул бәхеткә ынтыла, яҙмыштан оло бүләк көтә…
Яратҡан артистарығыҙҙы яңы, үҙенсәлекле ролдәрҙә күрергә теләһәгеҙ, театрға рәхим итегеҙ! 
Сығанаҡ: «Шоңҡар»
«Башҡортостандың мәҙәни донъяһы»

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb