"Шишмә" республика балалар әҙәби конкурсы "Башҡортостан рустары Соборы" төбәк йәмәғәт һәм Шаляпин ойошмалары, халыҡ-ара славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте фондының Аксаков бүлексәһе, "Вечерняя Уфа" гәзите, "Истоки" баҫмалары тарафынан ойошторолдо. Дүртенсе тапҡыр үткәрелгән асыҡ конкурсҡа әҙәбиәт һөйөүселәрҙән 300-ҙән ашыу эш тәҡдим ителгән.
Альбина Арыҫланова, Республика балалар асыҡ әҙәби конкурсы еңеүсеһе: “Пушкин тыуған көндә был бүләктәрҙе алыу минең өсөн ҙур шатлыҡ”.
Виктор Афанасьев, "Башҡортостан рустары соборы" төбәк йәмәғәт ойошмаһы идарасыһы: “Был конкурста ҡатнашыу балаларҙы рухи бейеклеккә, ҙур маҡсаттарға әйҙәй, үҙенең йәмғәиттә тотҡан урынын баһаларға ярҙам итә, әҙәби ижадҡа ынтылышты үҫтерә”.