Өфөлә китаптарҙы реставрациялау үҙәге барлыҡҡа килде

Өфөлә китаптарҙы реставрациялау үҙәге барлыҡҡа килде
Башҡортостан Республикаһының Әхмәтзәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала консервация һәм реставрация үҙәге ойошторолдо, хәҙер ул кәрәкле ҡорамалдар менән менән йыһазландырыла, китап ҡомартҡыларын яңыртыу буйынса эштәр тулы көйҙә бара.
Китапхана фондтарында 1830 йылдан алдараҡ сыҡҡан меңдән ашыу китап һаҡлана. Улар араһында, атап әйткәндә, Дашков коллекцияһы бар, тап унан республиканың төп китапханаһы башлана. Был китаптар уҡыу өсөн түгел, ә һаҡланыу өсөн тәғәйенләнгән һәм тәү сиратта яңыртыласаҡ. Китап ҡомартҡыларының күптәре ваҡыт менән боҙолған. Ҡайһы бер әйберҙәрҙе ябай реставрациялау менән юлы менән генә тергеҙеп булмай. Ысынында иһә, китаптарҙы баҫылып сыҡҡан хәленә килтерергә кәрәк. Бының өсөн айырым шарттар һәм ҙур средстволар кәрәк. Әлегә улар етерлек түгел.
Тулы профессиональ реставрация билдәле техникалар, ҡорамалдар, бина, кадрҙар талап итә. Бүлек менән Мөнирә Фаттахова мөдирлек итә. Ул профессиональ полиграфсы, тәжрибәле ойоштороусы. Китап төпләүсе Наталья Федорова менән бергә Китапханалар фондын булдырыу милли программа сиктәрендә Санкт-Птербургта реставрациялаусылар курсын тамамланы. Ике ҡатын да үҙҙәре өсөн яңы эшкә ҙур дәрт менән тотондо. Республикала алдан бер ҡасан да булмаған үҙәкте ҡорамалдар менән комплектациялау – ҡорамалдар һатып алыу, бинаны әҙерләү өсөн ойоштороу-техник саралар планы әҙерләнгән.
Сығанаҡ: "Башинформ" мәғлүмәт агенствоһы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb