Өфөлә «Яҙ һылыуы-2014»-те һайлаясаҡтар

Өфөлә «Яҙ һылыуы-2014»-те һайлаясаҡтар
Өфөлә йыл һайын уҙғарылған «Яҙ һылыуы-2014» конкурсында ҡала предприятиелары һәм учреждениелары хеҙмәткәрҙәре ҡатнаша ала. Өфө хакимиәтенең йәштәр сәйәсәте буйынса комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, конкурс ике этапта үтә. Ҡыҙҙар үҙҙәренең тышҡы матурлығын ғына түгел, ә профессиональ эшмәкәрлеген дә күрһәтәсәк. Еңеүселәрҙе жюри ағзалары һайлаясаҡ, уның составына компаниялар етәкселәре, мәҙәниәт һәм сәнғәт эшмәкәрҙәре инә. Һайлап алыу туры 13 февралдә үтәсәк. Финал шоуы 15 мартта Өфөнөң Орджоникидзе исемендәге Мәҙәниәт һарайында уҙа. Хәҙер конкурста ҡатнашыу өсөн заявкалар ҡабул ителә. Анкеталарҙы 10 февралгә тиклем Этот адрес электронной почты защищён от спам-ботов. У вас должен быть включен JavaScript для просмотра. электрон почта адресына ебәрергә кәрәк.


 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb