Өфөнө бейектән ҡарап була

Өфөнө бейектән ҡарап була
Интернет селтәренең “Яндекс” эҙләү системаһын һәм порталын күптәр файҙалана. Көн торошо, почта, яңылыҡтар, музыка һәм видео, эҙләү хеҙмәте, файлдарҙы һаҡлау урыны, карталар – һанап киткәндә лә ҙур исемлек барлыҡҡа киләсәк. 
Ошо көндәрҙә «Яндекс.Карталар» хеҙмәтендә Өфө, Владимир, Смоленск, Суздаль, Тверь һәм башҡа ҡалаларҙың һауанан төшөрөлгән панорамалары барлыҡҡа килде. 
Фотоға төшөрөү өсөн иң матур урындарҙы компанияның крайҙы өйрәнеүселәре һайлаған. Фотографтар 150-200 метр бейеклектә махсус төшөрөү комплексы булған вертолетта осҡан. Аҫҡа һәм тирә-яҡҡа ҡараған биш фотоаппарат һелкенеүҙе бөтөрә торған ҡорамалға нығытылған һәм шуның менән сфера формаһындағы панорамалар төшөрөлгән. Бер нөктәнән 10 саҡрымға тиклем араны ентекләп ҡарарға мөмкин. 
Панорамалы фотоларҙы ҡарар өсөн «Яндекс.Карталар»ҙа Өфөнө һайларға һәм “Һауанан” тигән пунктты билдәләргә кәрәк. Артабан урамдар өҫтөндәге һауа шарҙарына баҫырға.
Сығанаҡ: "Йәшлек" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb