“20 йыл сәхнәлә”

“20 йыл сәхнәлә”
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә ИШЕМЙӘРОВАНЫҢ ижади юбилейы 
Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы, билдәле йырсы Лилиә Ишемйәрованың тамашасыларҙы моңло тауышы, матур йырҙары менән ҡыуандырыуына 20 йыл. Шундай күркәм ижади юбилейы айҡанлы йырсы 29 ноябрь Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында БР халыҡ ҡоралдары милли оркестры, Эстрада-джаз оркестры һәм башҡа ижадташ дуҫтары менән тамашасыларға яңы программа тәҡдим итә. 
Лилиә Ишемйәрованың исеме тамашасыларға киң билдәле. Йырсы Өфө сәнғәт училищеһында, һуңынан Өфө дәүләт сәнғәт академияһында профессиональ белем ала. Студент саҡтарында уҡ “Халыҡ йыры”, «Яҙғы моңдар», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары» республика конкурстарында, Ғ.Әлмөхәмәтов исемендәге вокалистарҙың асыҡ конкурсында ҡатнаша. 
Йәш йырсы ижад юлын Сибай дәүләт филармонияһында башлай. Тамашасы һөйөүен ҡыҫҡа ваҡыт эсендә яулап өлгөргән Лилиә Ишемйәрова 2002 йылдан алып Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисткаһы. Филармонияла ижад итеү дәүерендә ул бер-нисә шоу-программа ҡуйҙы. Был программалар тамашасыларҙың күңеленә хуш килде һәм бер-нисә тапҡыр ҡабатланды. 
Йырсының репертуары киң һәм бай йөкмәткеле. Унда башҡорт халыҡ йырҙары, башҡорт, рус, сит ил композиторҙарының әҫәрҙәре урын алған.
Шулай итеп, Лилиә Ишемйәрованың күркәм ижади юбилейы арналған сағыу, һеҙ яратҡан йырҙарҙан торған тамашаға рәхим итегеҙ, дуҫтар!

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb