Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
2013 йыл йомғаҡтары
Карта учреждений и афиш
Понедельник, 20 января 2014
2013 йыл йомғаҡтары
«Өфөнөң йәме, халыҡтың ғәме» - М.Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрында 2013 йылда булып уҙған иң мөһим ваҡиғалар хаҡында ҡыҫҡаса.
Театр миҙгеле хас та мәктәп балаларының тотош бер уҡыу йылы, тиерһең: алтын көҙҙә башланып, йәмле йәйгә тамамлана. Ә ҡыш - Яңы йыл байрамдары - миҙгелдең ҡап уртаһы. Был осорҙа балалар ҡышҡы каникулда ял итһә, театр эшмәкәрлегенең иң ҡыҙған мәле: премьера спектаклдәре өҫтөндә репетициялар, яңы йыл алды мәшәҡәттәре, кескәй тамашасыларға байрам бүләге - яңы спектакль һәм шыршы байрамы әҙерләү, тамашасыға байрам кәйефе бүләк итеү һәм башҡалар. Миҙгел уртаһы булыуға ҡарамаҫтан йыл тамамланыу театр өсөн дә ниндәйҙер йомғаҡ яһау, киләсәккә ниәттәр ҡороу ул.
2013 йылдың премьералары:
«Әлифбанан бер себеш» /А.Кивиряхк, режиссер – Л.Зайкаускас, 09.02.2013 й./
«Хыял диңгеҙе» /Ф.Бүләков, режиссер – А.Йыһаншин, 1.03.2013 й./
«Аҡ пароход» /С.Айытматов, О.Ханов, Л.Зайкаускас инсц., режиссер – Л.Зайкаускас, 15.03.2013 й./
«Experiment» /В.Красногоров, режиссер – И. Ҡаҙаҡбаев,15.05.2013 й./
«Ер менән күк араһында» /Т.Ғиниәтуллин, Р.Кинйәбаев инсц., режиссер – Г.Ильясова, 14.06.2013 й./
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» /Т.Ғарипова, режиссер – О.Ханов, 22.11.2013 й./
«Белмәҫйән мажаралары» /Н.Носов, З.Бураҡаева инсц., режиссер – З.Сөләймәнов, 22.12.2013 й.)
Гранттар, конкурстар:
«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова, режиссер О.Ханов) ижади проекты БР Президенты грантына лайыҡ булды.
Артист Урал Әминов Ш.Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы конкурсында ҡатнашты.
Бер төркөм театр әһелдәре «Тамаша» биҙәге – журнал ойошторған конкурс еңеүселәре булды. Улар: Хөрмәтулла Үтәшев, Светлана Хәкимова, Альберт Нестеров.
Фестивалдәр, форумдар, гастролдәр:
Коллектив «Театр яҙы - 2013» Республика фестивалендә «Эдип батша» (Софокл, режиссер – И.Саҡаев) спектакле менән сығыш яһаны; (Өфө, апрель).
V халыҡ-ара «Гостиный двор» театр фестивалендә «Эдип батша» (Софокл, режиссер – И.Саҡаев) спектакле менән ҡатнашты, (Ырымбур, май).
Төрки телле театрҙарҙың XI «Нәүрүз» халыҡ-ара фестивалендә «Ай тотолған төндә» (М.Кәрим, режиссер – А.Абушахманов) спектакле менән ҡатнашты (Ҡазан, июнь).
Халыҡ-ара «Таврия Мельпоменаһы» театр фестивалендә «Әлифбанан бер себеш»(А.Кивиряхк, режиссер – Л.Зайкаускас) монодрамаһы (А.Әмиров) ҡатнашты (Украина, Херсон, май).
II Халыҡ - ара «Арт-соло» моноспектаклдәр фестивалендә «Әлифбанан бер себеш» (А.Кивиряхк, режиссер – Л.Зайкаускас) ҡатнашты (Төнъяк Осетия, Владикавказ, декабрь).
18 – 23 апрелдә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры сәхнәһендә алмаш гастролдәр уҙҙы. Гастроль афишаһында музыкаль мелодраманан алып фәлсәфәүи моноспекталгә тиклем булды. Ут күршеләр иғтибарына Сыңғыҙ Айытматовтың «Аҡ пароход» драмаһы, Наил Ғәйетбайҙың «Бер мәл санаторийҙа» комедияһы, Флорид Бүләковтың «Хыял диңгеҙе» комедияһы, Хәлисә Мөҙәрисованың «Бәхет хаҡы» мелодрамаһы, Айрат Абушахмановтың «Руди -never off », эстон драматургы Андрус Кивиряхтың «Әлифбанан бер себеш» әҫәре һәм балалар өсөн «Серле көршәк» әкиәте тәҡдим ителде.
15 - 22 сентябрҙә Театр үҙ сәхнәһендә Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театры гастролдәрен ҡабул итте.
6-8 октябрҙә «Аҡ пароход» (С.Айытматов, О.Ханов, Л.Зайкаускас инсц., режиссер – Л.Зайкаускас) спектакле менән Ҡаҙағстанда Башҡортостан көндәре сиктәрендә Кустанай һәм Астана ҡалаларында сығыш яһаны.
Театр республиканың төрлө район һәм ҡалаларында, шулай уҡ Силәбе өлкәһенең Аша, Минйәр ҡалаларында гастролдәрҙә булды.
Яңы проекттар:
Театр янында «Самрау» балалар театр студияһы эш башланы.
Театрҙың яңы сайты асылды.
12 сентябрҙә республикала уҙған «Театрҙар төнө» акцияһында ҡатнашты.
Бүләкләнеүселәр:
Нурия Ирсаева Салауат Юлаев ордены менән бүләкләнде.
«Республика Башкортостан» газетаһы билдәләгән «Йыл кешеһе» номинацияһында еңеү яулаған 13 кеше араһында театрыбыҙҙың художество етәксеһе Олег Ханов та бар.
Маҡтаулы исемдәр
:
Ҡуйыусы - рәссам Альберт Нестеровҡа «Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре» исеме бирелде
Юбилейҙар, бенефистар, ижад кисәләре, концерттар:
Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Гүзәл Маликованың һәм Башҡортостандың халыҡ артисткаһы Светлана Хәкимованың юбилей бенефистары уҙҙы.
17 июндә Бәләкәй сәхнәлә “Һүҙ – илһам ул, ул – илаһи ” тигән шиғыр байрамы ойошторолдо.
10 октябрҙә Республика көнөнә арналған концерт булды.
2 декабрҙә Бөтә Рәсәй хореография колледждары һәм мәктәптәре фестиваленең гала -концерты булды.
4 декабрь көнө «Таланттар йондоҙлоғо» хәйриә концерты уҙҙы.
Хәтер кисәләре, иҫтәлекле көндәр:
23 декабрҙә Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе үттеэ
Драматург Нәжиб Асанбаевтың вафатына 1 йыл тулыуға бәйле хәтер кисәһе ойошторолдоэ
Арыҫлан Мөбәрәковҡа ҡойолған һәйкәлде асыу тантанаһы уҙғарылдыэ
Мостай Кәримгә һәйкәл асыуҙа ҡатнаштыэ
Китаптар, буклеттар:
Гүзәл Маликова, Светлана Хәкимова ижады хаҡында һәм Хөсәйен Ҡудашевтың тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан юбилей буклеттары нәшер ителде.
Спорт:
Коллектив ағзалары араһында шахмат уйыны ойошторолдо.
2014 йылдың ҡышында Сочила үтәсәк Ҡышҡы Олимпия уйындары уты эстафетаһында (Өфө ҡалаһы) Башҡортостандың халыҡ артисы Алмас Әмиров ҡатнашты.
Сығанаҡ: театр сайтынан алынды
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана