Аҡмулла ижадын иң яҡшы белеүсе уҡыусылар асыҡланды

Аҡмулла ижадын иң яҡшы белеүсе уҡыусылар асыҡланды
Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында Интернет-олимпиада еңеүселәрен бүләкләү тантанаһы үтте.
Мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән һынау өсөнсө тапҡыр ойшторола. Быйыл ул ике турҙан торған, бөйөк мәғрифәтсенең ижады һәм тормош юлы менән ҡыҙыҡһыныусылар викторина һорауҙарына яуап биргән һәм инша яҙыуҙа үҙ көсөн һынап ҡараған. Сарала республиканың барлыҡ район-ҡалалары уҡыусылары ла ҡатнашҡан. Интернет-олимпиада халыҡ-ара Аҡмулла уҡыуҙары сиктәрендә үткәрелә. Быйыл бәйгегә Аҡмулла ижадынан тыш, уның замандаштары Мөхәмәтсәлим Өмөтбаев, Ризаитдин Фәхретдин тураһында һорауҙар ҙа индерелгән.
Сығанаҡ: БЮТ каналы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb