Абдулхаҡ Игебаев: «Был китап минең күңел һандуғасым»

Абдулхаҡ Игебаев: «Был китап минең күңел һандуғасым»
Әхмәт-Зәки Вәлиди исемендәге Милли китапханала Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың «Беҙ – Баймаҡтар бит әле» китабының исем туйы үтте. Шағирҙы ижад байрамы менән ҡотларға Ҡәҙим Аралбаев, Таңсулпан Ғарипова, Рәшит Шәкүр, Ғәлиә Ғәлиева, 104-се мәктәп уҡыусылары килде.
«Беҙ – Баймаҡтар бит әле» китабы әҙиптең тыуған яғы – Баймаҡ районына арналған. Әйткәндәй, быйыл район үҙенең 75 йәшлек күркәм юбилейын билдәләй. Шуға ла был китап район халҡы өсөн үҙенсәлекле бүләк тип әйтһәк арттырыу булмаҫ. Район етәкселеге китаптың сығыуына ҙур өлөш индергән.
«Был китап минең күңел һандуғасым, сөнки ул тыуған ергә бағышланған. Тыуған еремә һөйөү ошо китапты сығарырға этәргес бирҙе. Мин тыуған еремдән рухи көс алып йәшәйем», - тине автор.
Ҡәҙим Аралбаев ҡәләмдәше ижадына хаҡында тос фекерҙәрен еткерҙе: «Абдулхаҡ Игебаев – тыуған ер, ватан, мөхәббәт йырсыһы. Уның был китабы ил сәсәне һүҙе булып яңғырай». 
Шағирҙың ауылдашы, ижадташы Таңсулпан Ғарипова Абдулхаҡ Хажмөхәмәт улыны хаҡында бала-саҡ хәтирәләре менән уртаҡлашты. Ауыр тормош юлын үтеп, етемлектең бар әселеген тойоп, үҙенең ҡара тырышлығы менән кеше булған кеше, тине ул.
Шағир һүҙҙәренә бик күп моңло йырҙар яҙылған. Йырсылар Юнир Һағынбаев, Миңзифа Исҡужина, Нәркәс Сиражетдинова һәм Фәнил Төҡөмбәтов башҡарыуында «Онотманым һине, ауылым», «Моңаймасы, дуҫҡайым», «Йөрәгемдә һайрай һандуғас», «Һөйөү йыры» йырҙары яңғыраны.
Кисә иҫтәлеккә фотоһүрәткә төшөү менән тамамланды.
Фотогалереяға күсергә

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb