«Алтынай» ҙур сәхнәне һынай

«Алтынай» ҙур сәхнәне һынай
Мәскәүҙәге берҙән-бер башҡорт бейеү ансамбленең концерты үтте. Тамашасылар ике йыл элек ойошторолған «Алтынай» ансамбле бейеүселәрен алҡыштарға күмде. «Алтынай» - Мәскәүҙәге тәүге һәм берҙән-бер башҡорт бейеү ансамбле. Бик йәш кенә әле ул: эшләй башлауына ни бары ике йыл. Әммә ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә бер нисә бөтә Рәсәй бейеү фестивалдәрендә үҙен танытып өлгөргән. Яңыраҡ ҡына улар «Гәлсәр башмаҡ» конкурсында Гран-приға лайыҡ булды.
«Алтынай»ҙың етәксеһе - Учалы егете Нәзир Байегетов - үткәнендә Ф. Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле бейеүсеһе. Рәсәй Эске эштәр министрлығының йыр һәм бейеү ансамбленә саҡырыу алғас, Нәзир ҙур ҡала тормошона ғына суммай. Иң беренсе сиратта үҙ көсөн башҡорт халыҡ мәҙәниәтен күтәреүгә йәнәлтә. Бөгөн «Алтынай»ҙа 18 студент һәм мәктәп йәшендәге 7 бала шөғәлләнә.
Рәсәй геологик разведкалау университеты сәхнәһендә үткән концерт - «Алтынай»ҙың башҡортостанлылар һәм Мәскәү ҡунаҡтары алдындағы икенсе ҙур сығышы. Тәүге тапҡыр оялыу булһа, хәҙер үҙебеҙҙе еңел тотабыҙ, бейеүҙең бар асылын аңлай башланыҡ, ти «Алтынай»ҙа шөғөлләнеүселәр. 5 ғинуарҙа «Алтынай»ҙы Өфө сәхнәләренең береһендә күрергә мөмкин буласаҡ. Мәскәү түгел, бигерәк тә Өфө тамашасылары алдында нығыраҡ тулҡынланабыҙ, ти бейеүселәр.
Сығанаҡ: БЮТ каналы

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb