Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Карта учреждений и афиш
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
“Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналы “Алтын Урал” премияһына лайыҡ булды!
Пятница, 25 октября 2013
“Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналы “Алтын Урал” премияһына лайыҡ булды!
23 октябрь көнө баш ҡалабыҙҙа өсөнсө тапҡыр “Алтын Урал” халыҡ ижади премияһын тапшырыу тантанаһы үтте. “Алтын Урал” – 2010 йылда “Сал Урал” гәзите тарафынан булдырылған премия. Уның маҡсаты – гүзәл Башҡортостаныбыҙ сәскә атһын өсөн янып-көйөп, ең һыҙғанып төрлө өлкәлә эшләгән ижад кешеләренең эшмәкәрлеген, хеҙмәтен лайыҡлы баһалау. Мәҫәлән, актер Олег Ханов, шағир Әхмәр Үтәбай, йырсы Резеда Әминева, ҡурайсы Азат Айытҡолов, режиссер Илнур Муллабаев һ.б. тәүгеләрҙән булып “Алтын Урал” премияһы лауреаты тигән исемгә өлгәште.
“Аманат” журналының сентябрҙә Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты тарафынан булдырылған Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге премияға лайыҡ булғанлығы тураһында яҙғайныҡ. Әле лә оло шатлығыбыҙ менән уртаҡлашырға ашығабыҙ – “Аманат” балалар-үҫмерҙәр журналы “Алтын Урал” премияһына лайыҡ булды!
Әйткәндәй, быға тиклем башҡорт баҫмалары араһында “Алтын Урал” премияһын алыусылар юҡ ине. “Аманат”тың иң тәүгеләрҙән(!) булып шундай мәртәбәле премияға өлгәшеүе 85 йыллыҡ юбилейыбыҙ алдынан ҡыуанысыбыҙҙы тағы ла арттырып ебәрҙе һәм журналыбыҙ эшмәкәрлегенә оло баһа булды!
Сығанаҡ: "Аманат" журналы сайтынан
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Коллектив Фольклорного ансамбля «Мирас» завершил гастроли
Сегодня на сцене Башдрамтеатра состоялась премьера спектакля «Бомба»
Бөгөн Башҡорт академия драма театры сәхнәһендә «Бомба» премьераһы үтте
В Башкирской филармонии им.Х.Ахметова прошли «Крещенские морозы»
Главное меню
Афиша
Новости
Спецпроекты
Персоны
Редакция
Культура онлайн
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана