Баймаҡтар ҡаланың тыуған көнөнә әҙерләнә

Баймаҡтар ҡаланың  тыуған көнөнә әҙерләнә
Быйыл Баймаҡ ҡалаһы 75 йәшлек юбилейын ҡаршылай. Әле ҡалала был тантанаға әҙерлек эштәре бара. Ҡала хакимиәтенең төҙөлөш буйынса урынбаҫары Константин Замотаев әйтеүенсә, ҡаланың үҙәк майҙаны танымаҫлыҡ булып үҙгәрәсәк. Унда ағастар ултыртыласаҡ, райондың һуғыш ветерандары аллеяһы барлыҡҡа киләсәк. Шулай уҡ асфальт һәм тәбиғи таш түшәләсәк, махсус ятҡыртҡыстар менән йыһазландырылған фонтан, эскәмйәләр урынлашасаҡ. Проект буйынса бында Алдар батырға һәйкәл ҡуйыу планлаштырыла.
Үҙәк майҙан ҡала халҡының яратҡан ял итеү урынына әүереләсәк.

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb