Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!

Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!
Был көндө Өфөлә йәшәгән йылайырҙар көтөп алды. Күптән бер-береһен күрмәгән дуҫ-иш осрашты, хәл-әхүәл белеште, йәштәр райондан сыҡҡан шәхестәр менән яҡындан танышты. 
Башҡортостандың халыҡ артисы Азат Айытҡолов етәкселегендәге район ҡурайсылары башҡарыуында “Таштүрә” көйө менән башланды сара. Йылайыр районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Коротков сығышын саф башҡорт телендә башлағас, барыһы “ах” итте. Хас шул төбәк диалектында һөйләшеүен әйт әле!
Александр Васильевич ҡыҫҡаса район тормошо менән таныштырҙы, төбәккә математика, информатика уҡытыусылары етешмәүе хаҡында әйтте, йәштәрҙе тыуған яғына эшкә саҡырҙы. Бөтә ергә өлгөр, уңған егеттәр, ҡыҙҙар – Иҙел, Фаил, Илдар Алсыновтарға, Ләйсән Мостаеваға, Айгиз Ҡарасовҡа, Әмир Сараевҡа рәхмәт хаты тапшырҙы. 
Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығы етәксеһе Борис Мелкоедов үҙенең сығышында ошондай осрашыуҙарҙы йышыраҡ үткәрергә саҡырҙы.
– Беҙ барыбыҙ ҙа ауылдарҙан йыйылғанбыҙ. Йәшерәк саҡта тыуған ер төшөнсәһен, бәлки, аңлап та бөтөрмәйбеҙҙер. Өлкәнәйә килә ғәзиз ер нығыраҡ тарта, шуға ла тыуған яғыма йышыраҡ ҡайтырға тырышам. Республикабыҙҙа Йылайыр айырым урын биләй. Данлыҡлы ҡурайсылары, таҙа йылғалары, бейек тауҙары менән һирәк райондар маҡтана алалыр. Һәр беребеҙ уйы, йөрәге менән тыуған ерендә булырға тейеш, – тине ул.
Быйыл сәнғәтебеҙ оло юғалтыу кисерҙе. Башҡортостанда ғына түгел, сит илдәрҙә лә танылыу яулаған ҡурайсыларыбыҙ Рөстәм Шәрипов менән Илгиз Исламғолов йәш кенә килеш арабыҙҙан китеп барҙы. Тамашасылар, бер минут тын ҡалып, уларҙы иҫкә алды. 
Балҡы, әйҙә, йырлы Йылайыр!Бөгөн Йылайыр еренән сыҡҡан ул-ҡыҙҙар республикабыҙҙың төрлө тармағында уңышлы эшләй. Федераль һалым хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Гөлдәр Исмәғилева сығышы менән – райондың Ҡашҡар ауылынан. Гөлдәр Хәмит ҡыҙы тиҙҙән тыуған районына ҡайтып, һалым мәсьәләләре буйынса яҡташтарын ҡабул итеүҙе ойошторасағын белдерҙе. 
Әйтергә кәрәк, һуңғы ваҡытта был төбәктә гәзитебеҙҙе алдырып уҡыусылар бермә-бер артты. Ошо айҡанлы “Башҡортостан” гәзитенең баш мөхәррире Нияз Сәлимов район етәксеһенә рәхмәт хатын тапшырҙы. 
Йырлы-моңло Йылайыр ерендә тыуып-үҫкәндәр тамашасыларға бай йөкмәткеле концерт бүләк итте. Айгиз Ҡарасов, Илнара Үтәшева, Алмас Такалов, Азамат Монасипов осҡон сәсрәтеп бейеүе, Гөлсөм Бикбулатова, Лениза Солтанова, Сәкинә Юлгилдина моңло йырҙары менән һоҡландырҙы. 
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите

 

Интернет - портал "Культурный мир Башкортостана" учрежден по поручению Главы Республики Башкортостан от 18 июля 2011 года и реализует свою деятельность при поддержке Министерства культуры Республики Башкортостан, ГАУКиИ РБ "Башкирская государственная филармония им. Хусаина Ахметова".

© 2016 All Rights Reserved. Designed By HunterWeb.ru

Контакты редакции

E-mail: kmb.rb@yandex.ru

 

Разработка сайта - HunterWeb