“Евразия йөрәге” фестивале сиктәрендә уҙған “Ҡурайфест-ӨФӨ” байрамына бөтә Ер йөҙөндә бер генә лә аналог юҡ! Быны һәр башҡорт белә. Ә ҡурай ул беҙҙең Уралда ғына үҫә.
Был байрамда сит илдәрҙән килеүселәргә лә башҡорт милләтенең быуаттар төпкөлөнән һуҙылған тәрән моңон, кисереш-тойғоларын, аһ-зарҙарын, шатлыҡ-ҡыуаныстарын, бар асылын ҡурай аша ишетеп таныу бәхете тейҙе. Халыҡ артисы Роберт Юлдашев һәм уның “Ҡурайсы” төркөмөнөң, “Ятаған”, “Саптар” этно-төркөмдәренең һәм башҡа музыканттарыбыҙҙың көйҙәрен ишетеп кемдәр генә битараф ҡалһын инде! Шундай көс, дәрт, дарман, ялҡын бөркөлә бит уларҙан! Әйткәндәй, уларға алмашҡа үҫеп килгән “Саптар” төркөмө артистары ла ихтирамға лайыҡ. Шундай йәш кенә булыуҙарына ҡарамаҫтан, улар инде унға яҡын халыҡ-ара, төбәк-ара, республика кимәлендәге бәйгеләрҙең лауреаты һәм дипломанты. Төркөмдөң ҡурайсыһы Юлай Ҡасимов “Бүреләр” рок төркөмөндә лә уйнап өлгөрҙө. Шуныһына иғтибар итергә кәрәк: “Бүреләр” төркөмө беренсе тапҡыр йырҙарын ҡурай моңо менән башҡарҙы. Шәп килеп сыҡты!
Тулыраҡ