Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Кино
Наши фильмы
Художественные фильмы
Документальные фильмы
Анимационные фильмы
Киножурналы
Музеи
Экскурсии
Музыка
Концерты
Театры
Спектакли
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана
Памятники истории и культуры
Вы здесь:
Главная
События
Яңылыҡтар
Яңылыҡтар архивы
БАШҠОРТ ҺЫЛЫУҘАРЫН... Рәсәй буйлап та эҙләйек
Карта учреждений и афиш
Вторник, 03 декабря 2013
БАШҠОРТ ҺЫЛЫУҘАРЫН... Рәсәй буйлап та эҙләйек
Мәскәүҙә беренсе тапҡыр "Һылыуҡай-2013" башҡорт һылыуҙары конкурсы үтте. Уны РФ Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллеге, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы һәм "Һомай" Өфө театр-дефиле студияһы ойошторҙо. Конкурс Рәсәй дәүләт геологик эҙләнеүҙәр университетының тамаша залында уҙҙы. Еңеүсе тажына ике баҫҡыс һайлап алыу турҙарын үткән ете башҡорт һылыуы дәғүә итте. Конкурста ҡыҙҙар үҙҙәре тураһында һөйләне, эшлекле һәм стилле башҡорт костюмдарында, мосолман кейемендә сығыш яһаны, күмәкләп "Ете ҡыҙ" башҡорт халыҡ бейеүен башҡарҙы. Стилле башҡорт костюмдары коллекцияһын улар өсөн модельер-дизайнер, "Һомай" театр-дефиле студияһы продюсеры Венера Йомағолова әҙерләне. Шулай уҡ интеллектуаль күнекмә лә ҡаралғайны, уның барышында дәғүә итеүселәр жюри ағзалары һорауҙарына яуап бирҙе. Ҡатнашыусыларҙы баһалағанда актерлыҡ оҫталығына, башҡорт әҙәби телен белеүгә, сәхнәлә үҙеңде дөрөҫ тота белеү һәм матур итеп фотоға төшөү һәләтенә айырым иғтибар бүленде.
Ҡатнашыусыларҙың сығыштарын баһалаусы жюри ағзалары составына РФ Президенты ҡарамағындағы БР Тулы хоҡуҡлы вәкиле урынбаҫары Олег Матыцин, РФ Дәүләт Думаһы депутаты Зөһрә Рәхмәтуллина, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта уҡыусы Башҡортостан студенттары һәм аспиранттары ассоциацияһы етәксеһе Азат Бәҙрәнов, топ-модель Эльвира Хисаева, "Башҡортостан" телерадиокомпанияһы хәбәрсеһе Гөлназ Ғәлимуллина, модельер Венера Йомағолова һәм "Юғары иҡтисад мәктәбе" ғилми-тикшеренеү университеты аспиранты Илнур Әминев инде.
Гран-при П.И.Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһының икенсе курс студенты Камилә Бикҡолова бәхетенә насип булды. Беренсе урынды Гүзәлиә Мырҙағәлина, икенсе урынды Лилиә Хөснөтдинова һәм Әлмирә Солтанова, өсөнсө урынды Миләүшә Әлибаева, Гөлйыһан Ишмөхәмәтова һәм Зөбәржәт Әхмәтшина яуланы. "Тамашасы һөйөүе" титулына Циолковский исемендәге Рәсәй дәүләт технология университетының беренсе курс студенты Гүзәлиә Мырҙағәлина лайыҡ булды, ул интернет-тауыш биреү барышында иң күп тауыш йыйҙы. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәр - ювелир биҙәүестәр, сәскәләр алды. Уларға шулай уҡ Башҡортостан Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәгенән тәбиғи косметика йыйылмалары ла бүләк ителде.
Мәскәүҙәге конкурс, асылда, артабан Өфөләге "Һылыуҡай-2014" республика конкурсы финалында ҡатнашыу өсөн һайлап алыу туры булып торҙо, унда Камилә Мәскәү ҡалаһынан ҡатнашыусы булараҡ сығыш яһаясаҡ. Ә Мәскәүҙә башҡорт һылыуҙары конкурсын йыл һайын үткәрергә ҡарар ителде. Автор: Гөлнәзирә ӘМИНЕВА, Фаягөл ЮНЫСОВА.
Сығанаҡ: "Киске Өфө" гәзите
СМОТРИТЕ ТАКЖЕ
Знаменитые песни из спектакля «Нэркэс» вновь звучат со сцены Башкирского театра драмы им. М.Гафури
В Уфе состоялся концерт Благотворительного фонда Владимира Спивакова в РБ, посвящённый памяти жертв авиакатастрофы ТУ-154
Картинная галерея города Салавата приглашает школьников на культурно-образовательные программы
На международной выставке-форуме «Россия» проходит День Республики Башкортостан
Главное меню
Афиша
Новости
Редакция
Культура онлайн
Новогодний календарь
Каталог
Кино
Музеи
Музыка
Театры
Библиотеки
Образование
Хореография
Живопись
Народное творчество
Образы Башҡортостана